Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЕНИН В.И. ҺӘЙКӘЛЕ

Просмотров: 1926

ЛЕНИН В.И. ҺӘЙКӘЛЕ, В.И.Ленин һәйкәле ансамбле, монументаль сәнғәт ҡомартҡыһы (ҡара: Мәҙәни мираҫ объекттары). Өфөлә урынлашҡан (Ленин һәм Коммунистик урамдары мөйөшөндәге сквер). Уралда В.И.Ленинға арналған тәүге монументаль һәйкәлдәрҙең береһе, техник‑төҙөүсе Д.М.Ларионов проекты б‑са эшләнә. 1924 й. 7 нояб. асыла һәм революцияның (1917) 7 йыллығына арнала.

Тәүҙә баҫҡыслы пьедесталға И.А.Менделевичтың эше — баҫып торған Лениндың скульптура портреты (бронза төҫөндәге гипс) ҡуйыла. Ул 4 ҡырлы колонна тупһаһында урынлаштырыла; уның 2 кимәлле цоколе — портиктар, рустика, алтын ялатылған ҡабарынҡы лавр япраҡтары; түбәнге өлөшө — СССР гербы, өҫкө өлөшө ябай ғына һырлы декор м‑н биҙәлгән һәм иң өҫтөнә шар‑глобус ҡуйылған. Ленин образы — монументаль ансамблдең мәғәнәүи һәм композицион үҙәге, ансамбль һуңынан ландшафт архитектураһы формаларын ҡулланыу һөҙөмтәһендә тулы һәм бөтөн күренеш рәүешен ала. Ҡалҡыу ерҙә урынлашҡан майҙансыҡ (овал формаһында) уртаһында ҡуйылған һәйкәлгә ҡапма‑ҡаршы яҡтан 2 баҫҡыс күтәрелә. Майҙансыҡ ситендә 4 ҡырлы колонналар урынлаштырыла, уларҙы бер‑береһе м‑н сүкеп яһалған ҡойма (һуңынан гипс тумбалар һәм гранит парапет м‑н алмаштырыла) тоташтыра; яҡтыртыу өсөн фонарҙар ҡулланыла. Һәйкәлде йөҙләү өсөн мәрмәр һәм гранит файҙаланалар.

1925 й. һәйкәл тирәһендә сквер барлыҡҡа килә. Сквер — баҡса‑парк сәнғәтенең өлгөһө. Ленинға һәйкәлдәрҙең ни кимәлдә булыуын тикшереүсе Бөтә Союз комиссияһы ҡарары б‑са 1939 й. Менделевич скульптураһы һүтеп алына (Өфөләге С.М.Киров ис. баҡсаның үҙәк аллеяһына, 70‑се йй. 2‑се ярт. “Гидравлика” пр‑тиеһы терр‑яһына күсерелә), фонарҙар ҙа шул ваҡытта алына тип фаразлайҙар; уның урынына Лениндың икенсе скульптураһы — С.Д.Меркуров эшенең күсермәһе ҡуйыла, 1989 й. ансамблде элекке хәленә ҡайтарыу өсөн уны ла алалар. 2011 й. һәйкәлде реконструкцияланғандан һуң кире ҡуялар. 

Әҙәб.: Уфа. Культурное и природное наследие: (приложение к карте). М., 2006; Уфа: страницы истории. Уфа, 2006.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: