Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАНЧ Петро

Просмотров: 1082

ПАНЧ Петро (ысын исеме Панченко Пётр Иосифович; 22.6.1891, Харьков губ. Валки ҡ. — 1.12.1978, Киев), яҙыусы. “Сысҡан оялары” (“Мышиные норы”; 1926), “Зәңгәр эшелондар” (“Голубые эшелоны”; 1928), “Төндө ҡамау” (“Осада ночи”; 1935), “Александр Пархоменко” (1939), “Украинаның ҡайнауы” (“Клокотала Украина”; 1954) һ.б. проза китаптары авторы. 1941—43 йй. Өфөлә йәшәй, матбуғатта патриотик хикәйәләр һәм фельетондар м‑н сығыш яһай. “Балан күперендә” (“На Калиновом мосту”; 1965) автобиографик повесында һәм “Берҙәм ғаилә тойғоһо” (“Чувство семьи единой”; 1970) очеркында украин һәм башҡ. халыҡтарының дуҫлығы күрһәтелә. “Тыуған ер” (“Родная земля”) хикәйәһен С.Ҡудаш башҡ. теленә тәржемә иткән.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: