Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАУЭРЛИФТИНГ

Просмотров: 2449

ПАУЭРЛИФТИНГ (ингл. powerlifting), спорт төрө, көс талап итә торған өсбәйге, яурында штанга м‑н приседание эшләүҙе, эскәмйәлә ятып штанга күтәреүҙе, стан тартыуҙы (штанганы түшәмәнән айырыу) үҙ эсенә ала. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. башынан атлетик гимнастика булараҡүҫешә. 1986 й. ӨАИ (Б.Г.Лукьянов етәкс.) һәм ӨНИ эргәһендә П. беренсе. секциялары ойошторола. 1987 й. алып П. б‑са БР беренселектәре уҙғарыла. Өфөлә СССР‑ҙың Авиация вуздары спартакиадаһы (1991), Рәсәй чемпионаттары (1998, 2006, 2008), Октябрьский ҡ. — үҫмер спортсылар араһында Рәсәй беренселеге (2009) үткәрелә. БР йыйылма командаһы — Рәсәй чемп. (1999, 2000—03, 2005—06), Рәсәй кубоктарын яулаусы (1998—99, 2001— 04, 2007). Респ. П. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастерҙары З.З.Ғарипов, Э.А.Панкратов (икеһе лә — 1990) була. Халыҡ‑ара ярыштарҙа юғары ҡаҙаныштарға И.Е.Абрамова, Н.А. Асабин, А.Р.Байков, С.Д.Бочко, Р.Н.Востриков, Р.Р.Ғәҙиев, Р.Я. Казаков, С.Я.Мор, Ф.З.Мөхәмәтйәнов, В.Н.Погодин, О.А.Руденко, Ю.Н.Федоренко, В.В.Әхмәҙуллин һ.б. ирешә. Респ. спорт мәктәптәрендә 14 П. бүлеге, ш. уҡ вуз һәм спорт клубтарында 35‑тән ашыу секция эшләп килә, унда 5 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә (2008). 1990 й. башлап БР П. федера‑ цияһы эшләй.

Д.Л.Гладких, Б.Г.Лукьянов

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: