Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САУЫҘ ТОРАЛАРЫ

Просмотров: 877

САУЫҘ ТОРАЛАРЫ, һуң неолитэнеолит дәүеренә ҡараған археологик ҡомартҡылар. Краснокама р‑ны Сауыҙ а. көнбайышҡа табан 1,2 км алыҫлыҡта Сауыҙ күле буйында урынлашҡандар. 1954 й. И.К.Голунова һәм В.И.Забелина тарафынан асыла, 1955—56 йй. О.Н.Бадер, 1962—63 йй. Г.Н.Матюшин, 1980—81 йй. А.А.Выборнов, Г.Т.Обыдённова, М.Ф.Обыдённов өйрәнә. 3 нығытылмаған тораманан ғибәрәт. С.т.I. Дөйөм майҙаны 4000 м2, яҡынса 700 м2 ер ҡаҙылған. Квадрат формаһында 5 ҡаралты (бурап эшләнгән, тип фараз ителә) табылған, майҙаны яҡынса 65 м2, иҙәндә усаҡтары булған. Керамика Яңы Ильин тибындағы (ҡалын тышлы, шамот һәм ҡом ҡушып эшләнгән, тешле штамп эҙҙәре м‑н биҙәлгән) һәм Гарин мәҙәниәте (йоҡа тышлы үҫемлек ҡалдыҡтары ҡушып эшләнгән) һауыттарынан ғибәрәт. Ҡорал (саҡматаш уҡ башаҡтары, бысаҡтар, бысаҡ йөҙҙәре, баҡыр һөңгөләр), эш ҡоралдары (саҡматаштан эшләнгән арҡыры балталар, ҡырғыстар, баҡыр беҙ), хайуан һөйәктәре табылған. С.т.II. 1000 м2 ер ҡаҙылған. Усаҡтары, хужалыҡ соҡорҙары булған 3 ярым ер өй асыҡланған. Ҡорал (оҙонса, яҫы саҡматаш уҡ башаҡтары, бысаҡтар), эш ҡоралдары (саҡматаш ҡырғыстар, арҡыры балталар), хайуан һөйәктәре табылған. С.т.III. 300 м2 ер ҡаҙылған. Усаҡлы торлаҡ табылған. Керамика тешле штамп эҙҙәре м‑н биҙәлгән ҡалын тышлы һауыттарҙан ғибәрәт.

Әҙәб.: О б ы д ё н н о в а Г.Т. Жилищный комплекс поселения Сауз I //Поселения и жилища древних племён Южного Урала. Уфа, 1983.

Р.Исмәғил, М.Ф.Обыдённов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: