Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕПЕЛЯЕВ Пётр Кузьмич

Просмотров: 1304

ПЕПЕЛЯЕВ Пётр Кузьмич [1920, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Торналы а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 6.10.1955, Салауат р‑ны Мөрсәлим а.], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. алып Дыуан р‑нында эшләй. 1940 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июленән Көнбайыш, Калинин, 1‑се Балтик буйы, 2‑се һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында 3‑сө гвардия кавалерия корпусының 5‑се гвардия кавалерия див. 178‑се артиллерия‑миномёт полкының миномёт батареяһында разведчик булып хеҙмәт итә. Дан орд. өлкән сержант П. 1943 й. 22 дек. Белорус ССР‑ының Городок ҡ., 1944 й. 4 июлендә Красное а. һәм 1945 й. 29 ғин. Алленштайн ҡ. (Германия) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1946) Һатҡы ҡ., артабан Мөрсәлим а. эшләй. 1‑се (1945), 2‑се (1944 й. авг.) һәм 3‑сө (ш. уҡ йылдың ғин.) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019