Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРОТВИНЬ Иван Степанович

Просмотров: 1112

ПРОТВИНЬ Иван Степанович (10.6. 1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ключи‑Колос а., хәҙер БР‑ҙың Бәләбәй районы Аксаков а., — 18.8.1944, Литва ССР‑ының Жагаре ҡ. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Куйбышев тимер юлында эшләгән. 1943 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1944 й. башлап 1‑се Балтик буйы фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 51‑се армия 87‑се уҡсылар дивизияһы 1379‑сы уҡсылар полкының танкыға ҡаршы ҡорал тоҫҡаусыһы ефрейтор П. 1944 й. 18 авгусында Литва ССР‑ының Круопяй ҡасабаһы тирәһендәге алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1945). Тыуған ауылында Герой исеме урамға һәм ул уҡыған 41‑се мәктәпкә бирелгән, мәктәп бинаһына һәм П. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташтар, Бәләбәй ҡ. Геройҙар аллеяһында бюст ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

П.: И.С.Протвинь

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.09.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: