Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПУГАЕВ Степан Александрович

Просмотров: 1173

ПУГАЕВ Степан Александрович (1.10.1910, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Иҫке Йүрүҙән ҡсб — 28.12.1944, Фелединце ҡ., Чехословакия), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930—32 йй., 1936—41 йй. БАССР‑ҙың Белорет районы Тирлән ст. эшләй. 1932—36 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1941 й. авгусынан Брянск, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 38‑се армия 180‑се уҡсылар дивизияһы 42‑се уҡсылар полкының отделение командиры сержант П. 1943 й. 27 сентябрендә Украина ССР‑ының Яңы Петровцы а. тирәһендә Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы, 1943 й. октябренә тиклем 350‑нән ашыу дошман һалдатын пулемёттан ҡырғаны өсөн лайыҡ була. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1943). П. исеме менән Белорет ҡ. һәм Белорет районы Тирлән а. урамдар аталған, шулай уҡ унда ярашлы рәүештә бюст һәм мемориаль таҡтаташ, Приколотное ҡала тибындағы ҡасабала (Украина) һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

П.: С.А.Пугаев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.09.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: