Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПУЛЬКИН Григорий Степанович

Просмотров: 1131

ПУЛЬКИН Григорий Степанович [1916, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Петропавловка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы) — 12.1.1945, Борак а., Польша], Советтар Союзы Геройы (1940). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленин орденлы Артиллерия офицерҙарының Ҡыҙыл Байраҡлы юғары мәктәбен тамамлаған (1943). 1937 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1939 й. декабрендә — 1940 й. мартында Төньяҡ‑Көнбайыш фронтта хеҙмәт итә. 1941 й. июненән Калинин һәм 1‑се Украина фронттарында артиллерия взводы, батареяһы, артиллерия дивизионы командиры. Герой исеменә 7‑се армия 19‑сы уҡсылар корпусы 28‑се артиллерия полкының артиллерия батареяһы тимерсеһе рядовой П. 1939 й. 23 декабрендә Пэрк‑Ярви тимер юл ст. (Финляндия) янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1940). Тыуған ауылында П. бюст һәм мемориаль таҡтаташ, Стәрлетамаҡ районы Садовка а. һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.09.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: