Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РОГАЛЁВ Пётр Леонтьевич

Просмотров: 1027

РОГАЛЁВ Пётр Леонтьевич (13.8.1912, Екатеринослав губ. Белоцерковка а. — 5.3. 1988, Өфө), полк. (1956). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында һәм 1950— 53 йй. Корея һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1956). 1931 й. алып Рубежное ҡасабаһында заводта__ эшләй, 1933 й. — Первомайск а. (икеһе лә — Украина ССР‑ы) ҡулланыусылар кооперацияһы рәйесе була. 1934 й. башлап Совет Армияһында. 1941 й. июненән Көньяҡ‑Көнбайыш, 3‑сө һәм 4‑се Украина, 1‑се һәм 2‑се Балтик буйы, 3‑сө һәм 2‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 51‑се армияның 263‑сө уҡсылар див. 997‑се уҡсылар полкы ком. подполк. Р. 1944 й. 8 майында Севастополь ҡ. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1959—63 йй. БАССР‑ҙың хәрби комиссары. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1964) ДОСААФ‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты (Өфө) рәйесе урынбаҫары булып эшләй. Ленин (1945 й. март һәм апр.), Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1944, ?, 1954), 3‑сө дәрәжә Суворов (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1951), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Б и к м е е в М.А. История военного комиссариата Республики Башкортостан. Уфа, 1998.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. М.Х.Хужин


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019