Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОКРОВКА, Әбйәлил р-нындағы ауыл

Просмотров: 679

ПОКРОВКА, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Красная Башкирия а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 55 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Аналыҡ й. (Кесе Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 136 кеше; 1939 — 181; 1959 — 238; 1989 — 238; 2002 — 226; 2010 — 226 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Халҡы “Красная Башкирия” АХПК‑нда эшләй. Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. башында Верхнеурал өйәҙендә Яңы Покровка утары булараҡ нигеҙ һалына. 1929 й. “Красная Башкирия” с‑зы ойошторолған ваҡытта С‑здың беренсе бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алына. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019