Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“КРАСНАЯ БАШКИРИЯ", кооператив

Просмотров: 915

КРАСНАЯ БАШКИРИЯ", АХПК. Әбйәлил р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Красная Башкирия ауылы. Составына 2 һөтсөлөк фермаһы, 2 йәш һыйыр малын һимертеү фермаһы, умарталыҡ һ.б. инә. 2011 й. 171 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 15,7 мең га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 13,3 мең га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 21,2; йәшелсә культуралары — 250; етештереү (т): иген — 16100; йәшелсә — 1440. Һыйыр малы һаны — 2000 (731 һыйыр); һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 4074 кг; етештереү (т): һөт — 1612, ит — 246. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1929 й. “К.Б.” с‑зы булараҡ ойошторола, 2000 й. алып «“Красная Башкирия” совхозы» МУП, 2005 й. хәҙ. статусын ала. “К.Б.” м‑н Ә.М.Истамғолов, С.Ғ.Истамғәлин, М.Н.Мирсаяпов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019