Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОКРОВКА, Туймазы р-нындағы ауыл

Просмотров: 693

ПОКРОВКА, Туймазы р‑нындағы ауыл, Төмәнәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 17 км алыҫлыҡта Уҡыяҙ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 335 кеше; 1920 — 479; 1939 — 448; 1959 — 178; 1989 — 112; 2002 — 123; 2010 — 143 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1873 й. һәм 1896 й. араһында Бәләбәй өйәҙендә Покровка ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1896 й. 61 йортта 363 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Бакалея кибете, мөгәзәй булған. 1906 й. сиркәү (1900 й. төҙөлгән), земство мәктәбе, тимерлек, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 50‑се йй. хәҙ. статусын ала. В.Г.Большаков, И.С.Ёлкин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019