Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЁЛКИН Иван Сергеевич

Просмотров: 1292

ЁЛКИН Иван Сергеевич [22.3.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Покровка а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 3.4.1991, Гродно ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1945). Гвардия подполковнигы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1950 йй.). 1942 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. башлап Көньяҡ-Көнбайыш, 3‑сө Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 8‑се гвардия армияһы 88‑се гвардия уҡсылар див. 266‑сы гвардия уҡсылар полкының взвод ком. гвардия лейт. Ё. 1945 й. 14 ғин. Радом ҡ. төньяҡ-көнсығыштараҡ дошман оборонаһын өҙгәндә, 25 ғин. Познань ҡ. (икеһе лә — Польша) төньяҡтараҡ Варта й. аша сыҡҡанда һәм һул ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1963 й. алып запаста. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән. Ё. исеме Туймазы р‑ны Райман а. урамға бирелгән, Туймазы ҡ. Геройҙар аллеяһында уға һәйкәл ҡуйылған (2005).

Әҙәб.: Павлов Б. Спросите вы у тишины...//Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019