Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ КИЛЕП СЫҒЫШЫ: ЭТНИК СОСТАВЫ, УРЫНЛАШЫУ ТАРИХЫ”

Просмотров: 1510

“БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ КИЛЕП СЫҒЫШЫ: ЭТНИК СОСТАВЫ, УРЫНЛАШЫУ ТАРИХЫ” (“Происхождение башкирского народа: этнический состав, история расселения”), Р.Ғ.Кузеевтың монографияһы (М., 1974; 2‑се баҫма, тулыландырылған. Өфө, 2010). Хеҙмәт тарихи сығанаҡтарҙы, автор һ.б. тикшеренеүселәр тарафынан йыйылған этнографик экспедициялар материалдарын файҙаланып, этнология, башҡорт тел ғилеме, археология ҡаҙаныштары нигеҙендә яҙылған. 3 бүлектән һәм ҡушымтанан тора. “Башҡорт халҡының этник тарихын тарихи-этнографик тикшереүҙең төп аспекттары” бүлегенә историография, сығанаҡтар өйрәнеү, этногенез проблемалары, башҡорттарҙың этник составы һәм таралып ултырыу тарихы, башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә ҡоролошо үҙенсәлектәре, этнонимика б‑са материалдар тупланған. “Башҡорт ҡәбиләләренең этник тарихы” бүлегендә 17—19 бб. башҡорттарҙың төп этнографик төркөмдәренең таралып ултырыу тарихы һүрәтләнә, ырыу-ҡәбилә берләшмәләренә, ҡәбиләләргә характеристика (ырыу составы, тамғалары, ҡайһы этносҡа ҡарағанлығы, күсеп йөрөүе һ.б.) бирелә. “Башҡорттарҙың килеп сығышы һәм башҡорт халҡының формалашыуы” бүлегендә б.э. 1‑се мең йыллығының 2‑се ярт. — 16 б. Көньяҡ Уралда барған этник процестар тасуирлана, башҡ. халҡы этногенезының төп 5 этабы айырып күрһәтелә, башҡорттарҙың формалашыуында ҡатнашҡан төрки ҡәбиләләрҙең, фин- уғыр ҡәбиләләренең һ.б. ырыу һәм ҡәбиләләрҙең күсеп йөрөү юлдары тергеҙелә, башҡ. һәм венгр ҡәбиләләренең үҙ-ара бәйләнеше проблемаһы (ҡара: Бөйөк Венгрия, Боронғо венгрҙар) һ.б. яҡтыртыла. Ҡушымтала карталар, схемалар һәм табл. бирелгән. Тасуирлама нигеҙендә башҡорттарҙың килеп сығышының төрки теорияһы ята. Автор фекеренсә, башҡ. халҡының формалашыу процесы ҡатмарлы булған, унда б.э. 1‑се мең йыллығының 2‑се ярт. йәшәгән Көньяҡ Урал ҡәбиләләре һәм көньяҡ далаларҙан килгән 9—14 бб. күсмә ҡәбиләләре ҡатнашҡан. Монография БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лайыҡ була (1999).

И.В.Кучумов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.02.2020