Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САФИУЛЛИН Марс Ғәлим улы

Просмотров: 1100

САФИУЛЛИН Марс Ғәлим улы (12.3.1952, БАССР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Ҡыңғыр‑Мәнәүез а. — 16.9.2019, Өфө ҡ.), бейеүсе. БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡаҙанған (1983) артисы. Башҡ. республика мәҙәни‑ағартыу училищеһын тамамлаған (Стәрлетамаҡ ҡ., 1970; педагогтары К.С.Цыганкова, В.А.Цыпляков). 1973 й. алып Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1991 й. — Өфө “Нур” татар театрында бейеү буйынса репетитор, 1995—98 йй. Башҡ. филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 1991—95 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта. Төрлө пландағы бейеүсе, юғары башҡарыу оҫталығына һәм сағыу актёрлыҡ һәләтенә эйә була. “Бүләк”, “Гөлнәзирә”, “Дуҫлыҡ”, “Зарифа” һ.б. бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялар һәм “Һунарсы” (ҡара: “Перовский”) бейеүен башҡара. Төрлө йылдарҙа республика үҙешмәкәр бейеү коллективтарына етәкселек итә. БР‑ҙың Ф.Ғәскәров исемендәге башҡ. халыҡ бейеүҙәре ансамблендә “Шаяндар” бейеүен ҡуя. Ҡарағалпаҡ (1976) һәм Яҡут (1978) АССР‑ҙарында, ТАССР‑ҙа (1989) БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Сыуаш АССР‑ында (1981), Мәскәүҙә (1987) БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша. СССР һәм донъяның 22 иле буйлап гастролдәрҙә була.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

З.И.Ҡудашева
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.10.2021