Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ЗАРИФА”, йыр

Просмотров: 1847

“ЗАРИФА”, 1) башҡ. халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Йырҙың көйөн тәүге тапҡыр С.Г.Рыбаков 1894 й. Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Аҡимбәт а. (хәҙ. БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Ташбулат а.) М.Ҡараҡаевтан яҙып ала, “Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән” китабында баҫтыра. Көйөн һәм һүҙҙәрен артабан Л.Н.Лебединский, Ғ.З.Сөләймәнов яҙып ала. Шаян бейеү таҡмағы. Рыбаков яҙып алған версия б‑са, йырҙы Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Ҡушый а. (БРҙың Әбйәлил р-ны) Зарифа исемле бейеүсе сығарған. Көйгә йомшаҡ йыйнаҡ интонация, ритмлылыҡ, һалмаҡ темп хас. Шиғри тексы ҡоҙа м‑н ҡоҙағый араһындағы шаян әйтешкә ҡоролған. “З.” көйөн М.Х.Әхмәтов — тауыш һәм фп, Х.Ф.Әхмәтов — хор һәм фп, Т.Ш.Кәримов инструменталь ансамбль өсөн эшкәртә.

2) Башҡ. уйын бейеүе (күмәк). Проф. сәхнәлә тәүге тапҡыр 1940 й. Ф.Ә.Ғәскәров ҡуя һәм ул Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) репертуарына инә. Бейеү йәштәрҙең шаян уйындарынан, уйын-көлкөнән тора. Унда йәшлек дәрте м‑н нескә лиризм үҙенсәлекле үрелә – ҡыҙҙарҙың һәлмәк һәм нәзәкәтле хәрәкәттәре егеттәрҙең аныҡ, ритмлы һәм ыҡсым хәрәкәттәре м‑н ҡушыла. Башҡарыусы-солистар: Х.Н.Мағазова м‑н М.Р.Иҙрисов, Р.М.Хәзиева м‑н Х.Ғ.Зөбәйҙуллин, БР‑ҙың атҡ. артисы Г.З.Әбделмәнова м‑н Р.С.Әбделмәнов.

 Әҙәб.: Башҡорт халҡ йырҙары. Өфө, 1954; Н а г а е в а Л.И. Танцы восточных башкир. М., 1981.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.08.2023