Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАЙКИН Лев Ефимович

Просмотров: 922

ПАЙКИН Лев Ефимович (13.6.1927, Невель ҡ. — 10.10.2017, Өфө ҡ.), режиссёр. БАССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1964), СССР‑ҙың мәҙәни‑ағартыу эше отличнигы (1981). БР‑ҙың почётлы мотор эшләүсеһе (1997). Башҡ. театр‑художество училищеһын (1948; И.К.Глушарин, А.П.Новоскольцев курсы), Новозыбков педагогия институтын (1955) тамамлаған. 1948—53 йй. Брест, Новозыбков ҡҡ. театрҙарында актёр, бер үк ваҡытта 1950 й. алып Новозыбков педагогия институтында уҡыта. 1953 й. башлап Өфө ҡ.: М.И.Калинин исемендәге мәҙәниәт йортоноң халыҡ театры режиссёры, 1972 й. — “Мотор эшләүсе” мәҙәниәт һарайы директоры, 1999—2001 йй. режиссёры. 70‑тән ашыу спектакль ҡуйған: Н.В.Гоголдең “Өйләнеү” (“Женитьба”), А.Е.Корнейчуктың “Йондоҙҙар ни өсөн йылмайҙы” (“Почему улыбались звёзды”), Н.Ф.Погодиндың “Кремль куранттары” (“Кремлёвские куранты”), А.Н.Островскийҙың “Ярлылыҡ оят түгел” (“Бедность не порок”) һәм “Таланттар һәм табыныусылар” (“Таланты и поклонники”) һ.б.; 50‑нән ашыу күмәк кеше ҡатнашлығындағы халыҡ байрамдары һәм тамашалар.

С.Д.Фазылова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.03.2023