Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОСТРОВСКИЙ Александр Николаевич

Просмотров: 1206

ОСТРОВСКИЙ Александр Николаевич (31.3.1823, Мәскәү – 2.6.1886, Кострома губ. Николо-Бережки а.), урыҫ драматургы. О. ижадында урыҫ халҡы тормошона хас һыҙаттар, типтары һәм яҙмыштары төрлөлөгө, көнкүреш һәм психологик төҫмөрҙәре, милли характерҙың үҙенсәлеге кәүҙәләндерелә; халыҡтың әхлаҡи өлгөһө сағылдырыла. Кешенең рухи тәбиғәтен боҙған, уның йөҙөнә тап төшөргән аҡсаның өҫтөнлөк итеүе — яҙыусының бөтә әҫәрҙәренең төп темаһы булып тора. “Үҙ кешеләр — иҫәпләшербеҙ!” (“Свои люди — сочтёмся!”, 1849), “Холоҡтары тап килмәне” (“Не сошлись характерами”, 1857), “Аҡыл эйәһенә лә бер ҡатлылыҡ хас” (“На всякого мудреца довольно простоты”, 1868) сатирик комедиялар, “Бирнәһеҙ ҡыҙ” (“Бесприданница”, 1878) драмаһы, “Ҡарһылыу” (“Снегурочка”, 1873) драматик поэмаһы һ.б. әҫәрҙәр авторы. Башҡ. театрының барлыҡҡа килеүенең тәүге көндәренән үк репертуарында О. пьесалары мөһим урын ала. 1908 й. “Сәйяр” труппаһы — “Ярлылыҡ оят түгел” (“Бедность не порок”), “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” (“Без вины виноватые”), 1912 й. “Нур” труппаһы “Йәшен” (“Гроза”), “Төшөмлө урын” (“Доходное место”) һ.б. спектаклдәрен ҡуя. Драматургтың әҫәрҙәре Башҡорт драма театрында, Урыҫ драма театрында, Милли Йәштәр театрында һәм респ. башҡа театрҙарында ҡуйыла. О. пьесалары башҡ. теленә И.Ашҡаҙарский, М.Ә.Мәһәҙиев, Ғ.Х.Ниязбаев, Ғ.Ғ.Әхмәтшин һ.б. тарафынан тәржемә ителгән.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: