ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕЛАРЫ
ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе һ.б. әҙерләгән урта махсус уҡыу йорттары (ҡара: Музыка белеме биреү, Педагогик белем биреү). Революциянан (1917) һуң уҡытыусылар мәктәптәре һәм семинариялары (ҡара: Благовещен уҡытыусылар семинарияһы, Бөрө башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар мәктәбе, Орск‑Ырымбур ҡаҙаҡ уҡытыусылар мәктәбе, Өфө татар уҡытыусылар мәктәбе) базаһында 3 йыллыҡ пед. курстар булараҡ асылалар; 1921 й. алып пед. техникумдар (ҡара: Пермь татар‑башҡорт педагогия техникумы, Ырымбур башҡорт педагогия техникумы, Урал яны сыуаш педагогия техникумы), 1937 й. — П.у. (ҡара: Бөрө татар педагогия училищеһы, Дәүләкән педагогия училищеһы, Йылайыр педагогия училищеһы, Краснокама мари педагогия училищеһы, Мораҡ башҡорт педагогия училищеһы, Темәс башҡорт педагогия училищеһы). П.у. тулы булмаған урта (4 йыл уҡыу) һәм урта дөйөм белем биреү мәктәбе (2—3 йыл) базаһында белгестәр әҙерләүҙе тормошҡа ашыра. Уҡыу курсы дөйөм белем биреүҙе, махсус дисциплиналарҙы һәм пед. практиканы үҙ эсенә ала. 90‑сы йй. башынан пед. колледждар итеп үҙгәртеләләр: Белорет педагогия колледжы, Бәләбәй педагогия колледжы, Күмертау педагогия колледжы, Мәсәғүт педагогия колледжы, Нефтекама педагогия колледжы, Сибай педагогия колледжы, Туймазы педагогия колледжы, Өфө Педагогия колледжы №1, Педагогия колледжы №2, Һөнәрселек‑педагогия колледжы һ.б.
Әҙәб.: А м и н о в Т.М. Система педагогического образования в Башкирии. Конец XVIII — начало XX века. Уфа, 1999; Развитие школьного образования Республики Башкортостан в XX веке. Уфа, 2001; А л м а е в Р.З. Школьное образование в Башкирской АССР: история, достижения, традиции. Уфа, 2008.
И.Н.Байышев
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина