Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЭТИКА

Просмотров: 1261

ПОЭТИКА (гр. poiētik– поэтик сәнғәт), әҙәби әҫәрҙең структураһын һәм унда ҡулланылған эстетик саралар системаһын өйрәнеүсе, ш. уҡ уларҙағы үҙгәрештең тарихи ҡанундары, автор фекеренең художестволы тормошҡа ашырылыу ысулдары т‑дағы фән. П. тотош әҙәбиәттең дөйөм законлыҡтары һәм элементтары м‑н эш иткән дөйөм, һәм конкрет жанр, билдәле яҙыусы, айырым әҫәр (мәҫ., Ш.Бабич П., “Урал батыр” эпосы П. һ.б.) м‑н эш иткән П. айырып ҡарала. Дөйөм П.: 1) әҫәрҙең составы, төҙөлөшө һәм функцияһы, ш. уҡ әҙәбиәттең төрө һәм жанры предметы булған теоретик; 2) поэтик категорияны, художество сараларын өйрәнгән тасуири; 3) әҙәби‑художестволы сараларҙың, жанрҙарға һәм жанр төрҙәренә йыйылған айырым алымдар һәм уларҙың системаһы үҫешен ҡараған тарихи өлөштәрҙе үҙ эсенә ала. Шулай уҡ норматив, социол., психологик, структур П. типтары билдәле. Стилистика, эстетика, әҙәбиәт ғилеме м‑н тығыҙ бәйләнештә. Башҡорт әҙәбиәте П. нигеҙҙәре 18—19 бб. һалына, Ғ.Соҡорой, Ғ.Усман, Т.Ялсығол хеҙмәттәрендә бәйет, тәуарих, шәжәрә һ.б. жанрҙарҙың П. ҡарала. Р.Ф.Фәхретдинов “Шура”  ж. норматив П. мәсьәләләре б-са мәҡәләләр м-н сығыш яһай. 20 б. 20‑се йй. алып “Белем”, “Сәсән”, “Үктәбер” (ҡара: “Ағиҙел”) ж. әҙәбиәт теорияһы б‑са мәҡәләләр баҫыла, уларҙа П. категориялары ентекләп эшләнә. Башҡ. әҙәбиәте П. формалашыуында К.Ә.Әхмәтйәновтың “Поэтик образлылыҡ” (1979—1994) китабы ҙур роль уйнай, унда тасуири һүрәтләү сараларының П., П. милли үҙенсәлектәре ҡарала. 20 б. аҙ. — 21 б. башында башҡ. әҙәбиәте П. системалы өйрәнеү башлана. Р.Т.Бикбаевтың “Шағир һүҙе – шағир намыҫы” (1997) — билдәле яҙыусылар әҫәрҙәре П., “Замандың шиғри йылъяҙмаһы” (1980), “Хәҙерге башҡорт шиғриәте эволюцияһы” (“Эволюция современной башкирской поэзии”, 1991), Ғ.С. Ҡунафиндың “XIX—XX быуат башы башҡорт шиғриәте. Жанр һәм идея‑художество үҙенсәлектәре мәсьәләләре” (“Башкирская поэзия XIX— начала XX веков: вопросы жанровых и идейно‑художественных особенностей”, 2011) китаптары башҡ. шиғриәте жанрҙары П., шиғри алымдар һәм уларҙың системаһы үҫешенә арналған. Т.Ә.Килмөхәмәтовтың “Башҡорт трагедияһының поэтикаһы” (1987), “Башҡорт драматургияһының поэтикаһы” (“Поэтика башкирской драматургии”, 2008) монографияларында тулы эстетик сис‑ тема булараҡ башҡ. драматургияһы П. комплекслы анализ бирелгән. Ә.Х. Вәхитовтың “Башҡорт прозаһында жанр һәм стиль” (“Жанр и стиль в башкирской прозе”, 1982), Р.Н.Байымовтың “Жанр яҙмышы” (“Судьба жанра”, 1984), “Инештәр һәм сығанаҡтар” (“Истоки и устья”, 1993) хеҙмәттәрендә проза П. мәсьәләләре күтәрелә. Фольклор П., атап әйткәндә, әкиәт П. — Ә.М.Сөләймәновтың “Башҡорт халыҡ тормош‑көнкүреш әкиәттәре: сюжет репертуары һәм поэтикаһы” (“Башкирские народные бытовые сказки: сюжетный репертуар и поэтика”, 1994), Г.Р.Хөсәйенованың “Башҡорт тылсымлы әкиәттәре: поэтика һәм текстология” (“Башкирские волшебные сказки: поэтика и текстология”, 2014), Н.Т.Зариповтың “Батырҙар тураһында башҡорт әкиәттәре: жанр эстетикаһы” (“Башкирские богатырские сказки: эстетика жанра”, 2008); йомаҡтарға, легендаларға, мәҡәлдәргә һ.б. Ф.А.Нәҙершинаның “Халыҡ һүҙе” (1983), “Риүәйәт һәм легендаларҙа — халыҡ тарихы” (2011) һ.б. хеҙмәттәре арналған. Психологик (З.Я.Шәрипова), структур П. (Г.Н.Ҡасҡынова, Г.М.Нәбиуллина), театр сәнғәте П. (З.Ә.Нурғәлин) өлкәләрендә эштәр барлыҡҡа килә. Ғ.Б.Хөсәйеновтың “Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы” (2 китапта, 2006—2007) монографияһында П. теоретик нигеҙҙәре, башҡ. әҙәбиәтендә шиғыр П. тарихи, психологик һәм милли үҙенсәлектәре яҡтыртылған.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: