Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОПОВ Алексей Николаевич

Просмотров: 910

ПОПОВ Алексей Николаевич (2.1. 1977, Өфө), спортсы. Байдарка һәм каноэла ишеү б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1999). Н.А.Поповтың улы. БДПИ‑ны тамамлаған (1998). Байдарка һәм каноэла ишеү б‑са СДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Попов һәм Н.А.Попова). Рәсәй чемп. (11 тапҡыр, 1996—2000), Рәсәй чемпионаттарының көмөш (5 тапҡыр, 1996—98) һәм бронза (8 тапҡыр, 1996—2001) призёры. Үҫмер спортсылар һәм үҫмерҙәр араһында Донъя кубогы этаптары (3 тапҡыр, 1995) һәм Рәсәй беренселектәре (12 тапҡыр, 1993—96) еңеүсеһе. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1995—2000). 2002 й. алып байдарка һәм каноэла ишеү б‑са СДЮСШ тренер‑уҡытыусыһы.

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019