Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕТРОВА Татьяна Юрьевна

Просмотров: 794

ПЕТРОВА Татьяна Юрьевна (19.9. 1957, Свердловск өлк. Буланаш ҡсб), йырсы (сопрано). РФ‑тың атҡ. (1992), БР‑ҙың халыҡ (1997) артисы. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын тамамлаған (1985). 1979—93 йй. “Москонцерт” берекмәһе солисы, бер үк ваҡытта 1985—97 йй. Гнесиндар ис. Рәсәй музыка акад., 2002 й. алып М.М.Ипполитов‑Иванов ис. Муз.‑пед. ин‑тында уҡыта (бөтәһе лә Мәскәү). Көслө, бай тембрлы һәм киң диапазонлы үҙенсәлекле тауышҡа эйә. Башҡарған әҫәрҙәренә заманса яңғыраш өҫтәп, ижадында халыҡ йырҙары традицияларын дауам итә. Репертуарында урыҫ халыҡ йола һәм лирик йырҙар, оркестр м‑н тауыш өсөн вокализдар, М.И.Глинка, С.В. Рахма‑ нинов, Г.В.Свиридов, П.И. Чайковский һ.б. романстары. Ижадында православие рухындағы музыка төп урынды биләй. Рәсәй буйлап һәм донъяның 10 илендә гастролдәрҙә була. Бөтә Рәсәй халыҡ музыкаһы конкурсы (Мәскәү, 1979), Ленин комсомолы пр. (1982) лауреаты.

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: