Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕРЕВОЛОЧАН ҠУРҒАНДАРЫ

Просмотров: 779

ПЕРЕВОЛОЧАН ҠУРҒАНДАРЫ, Прохоровка (иртә Сармат) мәҙәниәтенең (ҡара: Сармат мәҙәниәте) археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 5—4 бб. ҡарай. Хәйбулла р‑ны Переволочан а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. А.Х. Пшеничнюк тарафынан 1974 й. асыла һәм 1991 й. өйрәнелә, 2007 й. С.В.Сиротин тикшерә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. 12 ҡурғандан (диам. 14—40 м, бейеклеге 0,5—4 м) тора. Өйрәнелгән һәр ҡурған аҫтында 1—4 ҡәбер табылған. Ерләү ҡоролмалары катакомбаларҙан, сатыр тибындағы ағастан эшләнгән ҡәбер өҫтө конструкцияларынан ғибәрәт. Мәйеттәр тәрән ҡәбер соҡорҙарында (ҡайһылары йөҙләнгән) салҡан һалып, баштары м‑н башлыса көньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡурған өйөмдәрендә элекке ҡәбер өҫтөнә ерләү осраҡтары асыҡланған. Керамика әүәләп эшләнгән семәрле балсыҡ һауыттарҙан тора. Ҡәберҙә ҡорал (ҡыҫҡа тимер ҡылыс, бысаҡ, һаҙаҡ элмәге, һөңгө осо, өс ҡырлы һәм кейҙерелмәле бронза уҡ башағы, күн һәм туҙ һаҙаҡ, яҫы һөйәк панцирь ҡалдыҡтары), ат егеү кәрәк‑ярағы (тимер ауыҙлыҡ, маңлайса, ике тишекле тимер һәм бронза ауыҙлыҡ, бронза суҡтар), биҙәүестәр (алтын муйынсаҡ бөртөгө, сикә сулпыһы, болан һүрәте төшөрөлгән ҡашлы йөҙөк, тимер беләҙек, быяла һәм лигнит муйынсаҡтар), көнкүреш әйберҙәре (һөйәк энә, таш орсоҡбаш, ағас һауыттарҙың алтын ҡапламаһы, бронза ҡаҙан, көҙгө, таш ҡорбан салыу урындары) табылған. Ҡомартҡы иртә тимер быуат күсмә ҡәбиләләренең Көньяҡ Уралға килеп ултырыу процесын сағылдыра. Материалдар Археология һәм этнография музейында, Стәрлетамаҡ музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Переволочанский могильник //Курганы кочевников Южного Урала. Уфа, 1995.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: