Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЛУНИН Иван Александрович

Просмотров: 1176

ПОЛУНИН Иван Александрович [25.8.1912, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Подлуб а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡа‑ лы р‑ны) — 2.6.1990, Өфө], Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Профсоюздар хәрәкәте юғары мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1949). 1930—39 йй. БАССР‑ҙың Баймаҡ һәм Боҙаяҙ р‑ндарының “Йылайыр" һәм “Өршәк" с‑здарында, “Росглавхлеб" тресында (Өфө) эшләй. 1940 й. ғин.—авг. һәм 1941 й. июненән Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июленән Көнбайыш, Төньяҡ‑Көнбайыш, Калинин, 1‑се, 2‑се Балтик буйы һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 43‑сө армияның 90‑сы уҡсылар корпусы 319‑сы уҡсылар див. 1336‑сы уҡсылар полкының взвод ком. ярҙамсыһы өлкән сержант П. 1945 й. 9 апр. Кёнигсберг ҡ. (Германия, хәҙ. Калининград ҡ.) янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Өфө пр‑тиеларында эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1945), 1‑се (1985), 2‑се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, 3‑сө дәрәжә Дан (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: