Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОНОМАРЁВ Сергей Дмитриевич

Просмотров: 1208

ПОНОМАРЁВ Сергей Дмитриевич (5.7.1906, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Төй а. [БР‑ҙың Асҡын р‑ны] — 15.3.1991, Өфө), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өфө ер төҙөлөшө техникумын (1928), кесе лейтенанттар курстарын тамамлаған. 1928 й. алып “Южураллес" тресында (Өфө), 1936—41 йй. Өфө гарнизонының урман хужалығы мөдире булып эшләй. 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. авг. алып Волхов, Ленинград һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 53‑сө армияның 5‑се гвардия артиллерия див. 71‑се еңел артиллерия бригадаһының 1325‑се полкы ком. лейт. П. 1944 й. 4 һәм 6 окт. Санникулаул‑Маре һәм Ченодал‑Маре ҡасабалары (икеһе лә — Румыния) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Өфө пр‑тиеларында эшләй. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1985), Ҡыҙыл Байраҡ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.10.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: