Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОПОВ Андрей Фёдорович

Просмотров: 985

ПОПОВ Андрей Фёдорович [25.6.1910, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Ҡуян а. (БР‑ҙың Бөрө районы) — 5.5.1947, шул уҡ райондың Иҫке Баҙан а.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. октябренән Калинин, Ялан, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 57‑се армияның 93‑сө уҡсылар дивизияһы 107‑се айырым сапёр батальоны сапёры ефрейтор П. 1944 й. 22— 26 мартында Украина ССР‑ының Константиновка а. янында Көньяҡ Буг й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1944) Иҫке Баҙан а. йәшәй. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары менән бүләкләнгән. П. исеме Бөрө ҡ. һәм Иҫке Баҙан а. урамдарға бирелгән, Бөрө ҡ. Мемориаль комплекс территорияһында уға стела, Иҫке Баҙан а. Еңеү паркында һәйкәл, урта мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.12.2022