ПЯТЯРИ Иван Викторович
ПЯТЯРИ Иван Викторович (4.3.1921, Енисей губ. Енисейск ҡ. — 5.6.1949, Лунинец ҡ.), лётчик, майор. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһын (Пермь ҡ., 1941) тамамлаған. 1940 й. алып Совет Армияһында. 1942 й. башлап Сталинград, Көньяҡ, 4‑се Украина һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 1‑се һауа армияһының 1‑се гвардия авиация див. 136‑сы гвардия штурмлау авиация полкы ком. ярҙамсыһы гвардия капитаны П. 276 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943 й. авг. һәм дек., 1944, 1945), Александр Невский (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Красноярск ҡ. һәм БР‑ҙыңҒафури р‑ны Красноусол а. урамдарға П. исеме бирелгән, ул уҡыған 2‑се Красноусол урта мәктәбе бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Ғ.Һ.Булатов
Тәрж. М.Х.Хужин