Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЙЕТОВ Ғабдулхай Сәйет улы

Просмотров: 1194

СӘЙЕТОВ Ғабдулхай Сәйет улы [3.4.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Текән а. (БР‑ҙың Балтас районы) — 27.7.2000, БР‑ҙың Тәтешле районы Сорғолдо а.], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тәтешле районының “Спартак” колхозында эшләй. 1943 й. майынан Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се удар армия 230‑сы уҡсылар дивизияһы 988‑се уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы сержант С. 1945 й. 24 апрелендә Берлин янында Шпрее й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң Тәтешле районының Киров исемендәге колхозында эшләй. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) ордендары менән бүләкләнгән. Тәтешле районының Сорғолдо һәм Үрге Тәтешле аа. урамдарға С. исеме бирелгән, бюстар, Сорғолдо башланғыс мәктәбе бинаһына һәм ул йәшәгән йортҡа (Сорғолдо а.) мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

П.: Ғ.С.Сәйетов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.10.2022