Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЛИХОВ Шәйхелислам Ғүмәр улы

Просмотров: 1127

СӘЛИХОВ Шәйхелислам Ғүмәр улы (4.2.1914, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Боҫҡаҡ‑Ҡуян а., хәҙер БР‑ҙың Саҡмағош районы Иҫке Боҫҡаҡ а., — 19.6. 1978, шунда уҡ), Дан орденының тулы кавалеры. 1938 й. Хәсән күле янындағы совет‑япон ҡораллы бәрелешендә, 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1931 й. алып Саҡмағош районында колхозда эшләй. 1936—38 йй., 1939—40 йй. һәм 1941 й. башлап Ҡыҙыл армияла. Декабрҙән Калинин, 1‑се Балтик буйы һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Дан ордендары менән разведчик С. 1944 й. 16 авгусында Бауска ҡ., 11 сентябрҙә Елгава ҡ. (икеһе лә — Латвия ССР‑ы) һәм 1945 й. 31 ғинуарында Бартенштайн ҡ. (Германия) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1945) Иҫке Боҫҡаҡ а. эшләй. Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1944), 1‑се (1945 й. апреле), 2‑се (шул уҡ йылдың феврале) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан ордендары менән бүләкләнгән. Тыуған ауылында С. һәйкәл, ул йәшәгән йорт бинаһына мемориаль таҡтаташ, Саҡмағош районы Саҡмағош а. бюст ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2022