Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИДОРЕНКО Александр Филиппович

Просмотров: 929

СИДОРЕНКО Александр Филиппович (15.1.1915, Томск губ. Новосвободный ҡсб — 20.6.1982, Өфө), артиллерист, лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1944). 1939 й. Халхин‑Гол й. буйындағы ҡораллы бәрелештә, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Горький хәрби‑сәйәси уч‑щеһын тамамлаған (1945). Иркутск өлк. урман сәнәғәте хужалығында эшләгән. 1938—40 йй. һәм 1942 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. башлап 1‑се Украина фронтында хеҙмәт иткән. Герой исеменә 3‑сө гвардия танк армияһының 6‑сы гвардия танк корпусы 1893‑сө үҙйөрөшлө артиллерия полкының үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаһы механик‑водителе кесе сержант С. 1943 й. нояб. Украина ССР‑ының Киев һәм Фастов ҡҡ. азат итеүҙә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) Красноярск крайы, Киров өлк. һәм БАССР урман сәнәғәте хужалыҡтарында эшләгән. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1944).

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.09.2023