Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЛЬША

Просмотров: 1588

ПОЛЬША, П о л ь ш а  Р е с п у б л и к а һ ы, Көнсығыш Европалағы дәүләт. Майҙаны — 312,7 мең км2. Баш ҡалаһы — Варшава. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 38,2 млн кеше (2002): поляктар (96,7%), немецтар (0,4%), белорустар (0,1%), украиндар (0,1%) һ.б. Рәсми тел — поляк теле. Диндарҙарҙың күпселеге — католиктар. БР‑ҙың П. м‑н мөнәсәбәттәре РФ м‑н П. араһындағы мөнәсәбәттәр нигеҙендә ҡорола. БР‑ҙың Тышҡы бәйләнештәр министрлығы м‑н П. Тышҡы иҡт. хеҙмәттәшлек министрлығы араһында Хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә ҡул ҡуйылған (1993). 1993 й., 2008 й. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең П., 1995 й., 1997 й., 2006 й. — П. РФ‑тағы Илселегенең, 1999 й. — Сейм маршалы П.М. Блажиньскийҙың, 2002 й. Люблин воеводалығы маршалы Э.Хунектың БР‑ға рәсми визиты була. 1‑се һәм 2‑се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында (конгресында) П. делегат ҡатнаша. 2007 й. БР‑ҙың БДБ‑нан тыш илдәр м‑н тышҡы сауҙаһында П. өлөшөнә 3,07% тура килә. БР м‑н П. араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 193,3 млн АҠШ доллары (2000 й. ҡарағанда 18,6 тапҡыр күберәк) тәшкил итә. БР‑ҙың П. экспорты 2007 й. 190,3 млн долларға етә (2000 й. — 6,9 млн доллар); уның тауар струк‑ тураһында нефть һәм нефть продукттары, ҡара металлургия продукцияһы һ.б. бар. П. БР‑ға аҙыҡ‑түлек, үҙағас һәм ҡағыҙ әйберҙәр, ҡорамалдар, транспорт саралары һ.б. импорты 3 млн доллар (2000 й. — 3,5 млн доллар) тәшкил итә. Башҡортостан терр‑яһында тәүге поляк торамалары 17 б. уртаһында барлыҡҡа килә (ҡара: Башҡортостан халыҡтары). Рус армияһының сит илгә походтары (181314) ваҡытында кавалериянан ген. Л.Л.Беннигсен армияһы составында П. биләмәләрендә башҡ., 2 типтәр, 2‑се мишәр, Ырымбур һәм Урал казак полктары булған. Беренсе донъя һуғышы осоронда Өфөлә поляк лазареты, балалар йорто һәм мәктәп урынлашҡан. 1919 й. РКП(б)‑ның Өфө ҡала һәм губерна ком‑ты эргәһендә П. Коммунистар партияһы секцияһы эшләй. Икенсе донъя һуғышында П. азат итеүҙә мең ике йөҙ туҡһан икенсе танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкы, Чернигов кавалерия дивизияһы һ.б. ҡатнашҡан. 60—80‑се йй. П. Белорет металлургия комбинаты, “Геофизприбор” ПБ, Ишембай машиналар эшләү заводы, Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы, Өфө витамин заводы һ.б. продукцияһы сығарыла. 1965—69 йй. “Башнефтехимзаводы” ПБ пр‑тиеларында каталитик крекинг ҡоролмаһын өйрәнеү өсөн поляк технологтарының стажировкаһы ойошторола; А.Ф.Махов етәкс. белгестәр Плоцк нефтехимия комб‑тында нефть эшкәртеү барышын өйрәнеүҙә ҡатнаша. 70‑се йй. башында П. белгестәре Ҡабаҡ силикат стена материалдары з‑дында һәм Учалы ҡатырға‑рубероид з‑дында ҡорамалдар ҡуя, 1‑се Өфө тимер‑бетон изделиелар з‑дын реконструкциялауҙа ҡатнаша. 1975 й. Өфөлә “Польшала эшләнгән” күргәҙмәһе уҙғарыла. 1988 й. С.М.Киров ис. Башҡ‑н ҒПБ (ҡара: “БЭТО”) һәм “Тельком— Тельфа” телеэлектрон з‑ды (Быг‑ дащ ҡ.) хеҙмәттәшлек т‑да килешеү төҙөй. 1970 йй. башынан Органик химия ин‑тында поляк ғалимдары м‑н берлектә нефтехимия өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барыла, 70—80‑се йй. Өфө сәнәғәт төҙөлөшө ҒТИ‑нда металды коррозиянан һаҡлау ысулдары эшләнә. 70—80‑се йй. Физика һәм матем. бүлеге хеҙм‑рҙәре БДУ м‑н берлектә Вроцлав ун‑тының Эксперименталь физика ин‑тының ҡаты есемдәр өҫтө физикаһы б‑са йыл һайын уҙғарылған халыҡ‑ара семинарҙарында ҡатнаша. 2003 й. алып БР м‑н П. араһында махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре өлкәһендә хеҙмәттәшлек үҫешә. 2005 й. башлап БР ФА һәм Познань мед. фәндәре ун‑ты мед. химияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрә. 50‑се йй. БДУ‑ның һәм 2007 й. алып БДПУ‑ның филол. ф‑тында поляк телен, мәҙәниәтен, П. тарихын өйрәнеү б‑са түңәрәктәр ойошторола, 1974 й. —БДУ‑ла поляк теле курсы мотлаҡ программаға индерелә. 2006 й. алып Мәскәү гуманитар университеты Өфө филиалының филол. ф‑тында поляк теле факультатив булараҡ өйрәнелә. 1999 й. башлап Өфөлә А.П.Пенькевич ис. Милли поляк йәкшәмбе мәктәбе эшләй, 2000 й. — 21‑се лицейҙа поляк телен туған тел булараҡ өйрәнеү индерелә. Поляк шағирҙарының шиғырҙары башҡ. теленә тәржемә ителгән [“Поляк шағирҙары” (“Польские поэты”); 1959], Ә.Һ.Бикчәнтәевтең “Үлемһеҙлеккә хоҡуҡ” (“Право на бессмертие”; 1953) повесы поляк телендә донъя күргән. 1976 й. Башҡорт драма театрында И.Цивиньская һәм З.Верхович — Г.Запольскаяның “Улар дүртәү” (“Их четверо”) спектаклен, 2002 й. Опера һәм балет театрында З.Хасс — Дж.Вердиҙың “Трубадур” операһын, 2003 й. Урыҫ драма театрында Л.‑М.Зайкаускас Б.Брехттың “Кавказ аҡбур түңәрәге”н (“Кавказский меловой круг”) сәхнәгә ҡуя. Урыҫ драма театры артистары Катовице ҡ. театрында А.Н.Толстой әҫәре б‑са ҡуйылған “Ҡарлуғас” (“Касатка”; 1994), Л.Н.Разумовскаяның “Һеҙҙең һеңлегеҙ һәм тотҡоноғоҙ” (“Ваша сестра и пленница”; 2006) спектаклдәре м‑н сығыш яһай. 1980 й. П. Н.Ж.Ҡадирова, Л.С.Ҡыуатова, З.Ғ.Мәхмүтов, Ш.Ә.Тереғолов, Р.Ғ.Туйсина, Р.Ә.Фәсхетдинов һ.б. гастролдәрҙә була. Варшавала һынлы сәнғәт күргәҙмәләрендә Т.П.Нечаеваның (1955), Ә.Ф.Лотфуллиндың (1963), Ф.А.Кащеевтың (1970), Б.Ф.Домашниковтың (1977), Р.Ә.Сәлимгәрәевтең (1999) эштәре ҡуйылған. Башҡортостанда 660 поляк (2002) йәшәй; 1997 й. алып “Возрождение” үҙәге эшләй, Поляк мәҙәниәте көндәре уҙғарыла.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019