Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕРВОМАЙСКИЙ, Стәрлетамаҡ р-нындағы ауыл

Просмотров: 793

ПЕРВОМАЙСКИЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 50 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 713 кеше; 1959 — 765; 1989 — 873; 2002 — 977; 2010 — 918 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1930 й. Әлшәй с‑зы ойошторолған ваҡытта Совхоздың үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына, 60‑сы йй. алып Первомайский с‑зының үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алына. 1993 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Ф.Х.Лоҡманова, Р.В.Паль, Р.С.Стрижкова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019