Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАЛЬ Роберт Васильевич

Просмотров: 1621

ПАЛЬ Роберт Васильевич (15.4.1938, БАССР‑ҙың Ауырғазы районы Әлшәй иген совхозы бүлексәһенең Көньяҡ Уҫылы ҡсб, хәҙер БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы Южный бүлексәһе а.), яҙыусы, тәржемәсе. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2021). БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1969). БДУ‑ны тамамлаған (1961). 1962—81 йй. Башҡортостан китап нәшриәтендә эшләй: 1971 й. алып редакция мөдире, 1975 й. — баш мөхәррир; 1986 й. — БАССР Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты, 1998—2007 йй. “Бельские просторы” журналының баш мөхәррир урынбаҫары. “Тере мәктәр” (“Живые маки”) исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1964 й. сыға. “Бейек ялҡын” (“Высокое пламя”; 1969), “Йондоҙ бейеклегенә тиклем” (“До высоты звезды”; 1983), “Яңғыҙ кәкүк саҡырыуы” (“Плач одинокой кукушки”; 1993), “Яҙмыш китабы” (“Книга судьбы”; 1999) шиғри йыйынтыҡтары, “Легендалар аҙаҡ булыр” (“Легенды будут потом”; 1976), “Таң алдынан” (“На исходе ночи”; 1979) тарихи романдары, “Тереләрҙә сағылыр” (“Отзовётся в живых”; 1985—1986) дилогияһы, “Йәнле һәм йәнһеҙ тыуған ер” (“Земля родная живая и мёртвая”; 2000) повесы һ.б. авторы. “Күктең ере бар” (“Есть у неба земля”; 1975) повесы М.Ғ.Гәрәевкә арналған. Әҫәрҙәре башҡ. (Т.Ғәниева, И.Л.Кинйәбулатов, Т.Ҡарамыш һ.б. тарафынан), ҡаҙаҡ, татар, украин һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Р.Т.Бикбаев, Х.Ғиләжев, Ф.Һ.Туғыҙбаева, З.Ә. Әхмәтйәнова, Г.Юнысова һ.б. әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән. БР Яҙыусылар союзының урыҫ телле яҙыусылары ижади берекмәһе рәйесе (1991—2001). С.Злобин (1998), Ф.Кәрим (2009) исемендәге премиялар лауреаты.

Ә ҫ ә р ҙ.: Бессмертники — цветы вечности: докум. роман. Уфа, 1990; Заглянуть в бездну: повести. Уфа, 2008; На земле и над землёй: роман, повести. Уфа, 2013.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.11.2021
Связанные темы рубрикатора: