Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛПАУЫТ КРӘҪТИӘНДӘРЕ

Просмотров: 946

АЛПАУЫТ КРӘҪТИӘНДӘРЕ, Рәсәйҙә алпауыттарға милек хоҡуғында буйһонған крепостной крәҫтиәндәр. Крәҫтиәндәр категорияһы булараҡ 16 б. аҙ., крепостной хоҡуҡ урынлашҡандан һуң барлыҡҡа килә, Крәҫтиән реформаһына тиклем була. А.к. алпауыт ерҙәрендә йәшәгән, үҙҙәренә бүлеп бирелгән ер бүлемдәрен файҙаланған. Хеҙмәтсе А.к. етештереү саралары булмаған һәм улар алпауыт талаптарын ҡәнәғәтләндергән. А.к. дәүләт йөкләмәләре (рекрут, ылау, почта йөкләмәләре һ.б.) үтәгән, йән башына һалым индергән, барщинаға эшләгән, аҡсалата оброк түләгән. Хоҡуҡтары иң ныҡ сикләнгән халыҡ категорияһын тәшкил иткәндәр (алпауыттың крәҫтиәндәрен һатыу, хөкөм итеү, ерһеҙ ҡалдырыу, икенсе ергә күсереү һ.б. хоҡуғы булған).

Башҡортостанда А.к. 17 б. башында алпауыт ер биләүселеге нығынған осорҙа барлыҡҡа килә. Илдең башҡа губерналары крәҫтиәндәренән формалаша. 18 б. аҙ. А.к. дөйөм һаны 98,56 мең кеше (төбәктәге крәҫтиән халҡының яҡынса 40%‑ы) тәшкил итә, ш. иҫ. 33,7 меңе ир‑ат була. А.к. уртаса ер бүлеме ир‑ат башына 5 дисәтинә тура килә. 2,5—3 ир‑аттан торған эшсе көс барщина берәмеге булған, уларҙың һәр береһе 4 дисәтинә алпауыт баҫыуын (2‑шәр дисәтинә көҙгө һәм яҙғы иген) эшкәртергә тейеш була; алпауытҡа аҙнаһына 3 көн эшләгәндәр. Барщина йөкләмәһендә крәҫтиәндәрҙең 96%‑ы була. Һәр эшсе көстән оброк йылына яҡынса 17,2 һум тәшкил итә, дәүләт һәм йәмәғәт йыйымдары — яҡынса 16,3 һум. А.к. ш. уҡ алпауыттарға ҡараған пр‑тиеларҙа (шарап ҡыуыу заводтары, поташ заводтары, ағас бысыу урындары, тирмәндәр һ.б.) эшләй. Тау заводтарында (ҡара: Тау сәнәғәте) эшләүсе йәки уларҙа эшләтеү өсөн һатып алынған А.к. тау сәнәғәте крәҫтиәндәренә әүерелә. Хоҡуҡһыҙлыҡ һәм ҡаты эксплуатация А.к. ҡасып китергә мәжбүр итә, уларҙың Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыуына сәбәпсе була. 19 б. уртаһына ҡарата Ырымбур губернаһында А.к. һаны 118,8 мең ир‑ат (2074 алпауытҡа ҡарайҙар) тәшкил итә. А.к. 74%‑ы барщина йөкләмәләре үтәй, 14%‑ы — оброк, 12%‑ы — ҡатнаш. 1861 й. 19 февр. положениеларға ярашлы, А.к. шәхси һәм милек хоҡуҡтары ала, алпауыттар үҙендә ер милкен, ш. иҫ. крәҫтиән бүлемдәрен һаҡлап ҡала. Йөкләмәләр үтәгән өсөн улар крәҫтиәндәргә (хеҙмәтсе крәҫтиәндәрҙән башҡа) йорт һәм баҫыу бүлеме бирергә тейеш була. Ер һатып алғанға тиклем А.к. ваҡытлыса бурыслы крәҫтиәндәр категорияһына индерелә һәм барщина үтәүҙе йәки оброк түләүҙе дауам итә.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019