Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРӘҪТИӘН РЕФОРМАҺЫ

Просмотров: 1422

КРӘҪТИӘН РЕФОРМАҺЫ, Рәсәйҙә крепостной хоҡуҡты бөтөргән реформа [ҡара: Реформалар (19 б. 60—80‑се йй.)]. 1861 й. 19 февр. “Крепостной бойондороҡлоҡтан ҡотолған крәҫтиәндәр тураһында положение” нигеҙендә үткәрелгән. Өфөлә реформа т‑да “Манифест” 1861 й. 15 мартында иғлан ителә. Алпауыт крәҫтиәндәре шәхси азатлыҡ һәм үҙ милке м‑н идара итеү хоҡуғы ала. Алпауыттар үҙ ерҙәрен биләү хоҡуғын һаҡлай, әммә крәҫтиәндәргә артабан һатып алыу өсөн ер бирергә бурыслы була. Һатып алғанға тиклем улар ваҡытлыса бурыслы крәҫтиән һаналып, алпауыт файҙаһына йөкләмәләр үтәргә тейеш була. Крәҫтиәндәрҙе азат итеү шарттары һәр алпауыт биләмәһе өсөн төҙөлгән грамота нигеҙендә билдәләнә. Реформа положениелары көсөнә ингәндән һуң Ырымбур губ. алпауыт крәҫтиәндәре (137,4 мең кеше) 247 мең дисәтинә ерҙән 212 мең дисәтинәһен ала; 35 мең дисәтинә ер (14,4%) дворяндар (ҡара: Дворянлыҡ) ҡулында ҡала. Бирелгән ер өсөн крәҫтиәндәр алпауыт ерҙәрен эшкәрткән йәки уға аҡсалата оброк түләгән. Үҙ ерен һатып алғандан һуң крәҫтиәндәр элекке хужаһы м‑н мөнәсәбәттәрен өҙгән. Мастеровойҙарға (ҡара: Мастеровой һәм эшсе кешеләр) һәм ауыл эшсәндәренә бүленгән хосуси тау заводтарының крепостной халҡы (137,8 мең кеше) шәхси азатлыҡ һәм милек хоҡуғы ала. Ауыл эшсәндәренән айырмалы мастеровойҙарға ер бүлеменән баш тартыу хоҡуғы бирелгән. Ырымбур губ. ҡаҙна заводтары халҡы ла (221,4 мең кеше) азатлыҡ алған. 1863 й. 26 июнендәге “Батша имениеһы, батша һарайы һәм удел ерҙәрендә урынлашҡан крәҫтиәндәр тураһында положение”ға ярашлы, Ырымбур губ. удел крәҫтиәндәре (57 мең кеше) ш. уҡ шәхси азатлыҡ һәм милек хоҡуғы ала. 120,5 мең дисәтинә ерҙең 18,6 мең дисәтинәһен (15,4%) ҡырҡындылар рәүешендә удел ведомствоһы файҙаһына юғалтып, улар 101,9 мең дисәтинәне үҙенеке итеп нығыта. Алпауыт крәҫтиәндәренән айырмалы удел ауылдары халҡы шунда уҡ үҙ ерҙәрен һатып алыуға күсерелә һәм хаҡты ла аҙыраҡ түләй. 1866 й. 24 нояб. указдан һуң дәүләт крәҫтиәндәре араһында К.р. башланғас, Ырымбур губ. ҡаҙна ауылдары халҡы (434,8 мең кеше) гражданлыҡ хоҡуҡтары ала. Бүлеп бирелгән ерҙе һатып алыу т‑дағы закон 1886 й. иғлан ителә. К.р. һөҙөмтәһендә дәүләт крәҫтиәндәре үҙҙәре элек файҙаланған ерҙәргә хужа була, башҡ. ерҙәренән файҙаланған крәҫтиәндәр башҡорттарға керҙәш булып китә. Был Өфө губернаһындағы 817 ауылдың 444 керҙәш ауылына ҡағыла. Башҡорт ерен һатып алыуын иҫбат итә алған крәҫтиән-милекселәр ерҙе бушлай алған. Ундайҙар 1858—59 йй. 10‑сы ревизия мәғлүмәттәре б‑са барлығы 208 мең ир-аттан 30 мең тәшкил иткән.

К.р. башҡорттарға һәм уларҙың керҙәштәренә лә ҡағыла. “Башҡорттар тураһында положение”ла әйтелеүенсә, “Башҡорт ғәскәре тигән дөйөм исем йөрөтөп, башҡорттар, мишәрҙәр, типтәрҙәр һәм бобылдәр атамаһы м‑н билдәле башҡа милләт кешеләре ирекле ауыл кешеләре кеүек граждандар хоҡуҡтары ала ...”. Граждандар хәленә күсеү Вятка губернаһында, Пермь губернаһында, Һамар губернаһында, Ырымбур губ. йәшәгән башҡорттарға һәм уларҙың керҙәштәренә лә (10‑сы ревизия б‑са 981,1 мең кеше) ҡағыла. Башҡорттарға һәм керҙәштәргә шәхси һәм милек биләү хоҡуҡтары бирелә. Ер төҙөлөшө 1869 й. 10 февр. “Аҫаба башҡорттарға һәм уларҙың керҙәштәренә ер бүлеү өсөн башҡорт дайсаларын ыҙанлау, башҡорттарҙың йәмәғәт ерҙәрен һатыу һәм оброкка биреү тәртибе тураһында” ғы ҡағиҙәләргә ярашлы ойошторолоп, уларға ер бушлай бирелә. Аҫаба башҡорттарҙан (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) һәр ир-ат йән башына 40—60 дисәтинә, хәрби хеҙмәттә булған мишәр, типтәр һәм бобылдәр йән башына 30 дисәтинә ер алған. Улар алған ерҙәрҙең яртыһы (15 дисәтинә) запасҡа тартып алынып, ҡаҙна ҡарамағына күскән. Запас ерҙәр аҙ ерле керҙәштәргә биреү өсөн тәғәйенләнгән. Ләкин артабан улар ҙа, аҫаба башҡорт ерҙәре кеүек, “һатып алыу”, “артыҡ ер” һылтауы м‑н талап алынған. К.р. халыҡтың феодал мөнәсәбәттәр арҡаһында тарҡалыуына сик ҡуйып, крәҫтиәндәрҙең хужалыҡ итеү оһоллоғон үҫтереүгә, ауылда капиталистик мөнәсәбәттәр урынлашыуға булышлыҡ иткән.

Б.С.Дәүләтбаев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019