Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҒДӘН БЕЛГЕСТӘРЕ ҺӘМ МӘҒДӘН ЭҘЛӘҮСЕЛӘР

Просмотров: 1213

МӘҒДӘН БЕЛГЕСТӘРЕ ҺӘМ МӘҒДӘН ЭҘЛӘҮСЕЛӘР, файҙалы ҡаҙылмалар эҙләүселәр һәм эшкәртеүселәр. Башҡортостан терр‑яһында М.б.һ.м.э. эшмәкәрлеге энеолит дәүеренән билдәле (ҡара: Тау эше, Приискылар һәм рудниктар). 18 б. башында М.б.һ.м.э. күпселеге төп халыҡ араһынан сыға; улар тарафынан марганец, баҡыр һәм тимер мәғдәне, күмер, нефть һ.б. ятҡылыҡтар асыла һәм эшкәртелә. Тәү башлап асыусылар завод хужалары м‑н мәғдәнде үҙ көстәре м‑н ташыу т‑да килешеү төҙөп, мәғдән сәнәғәтселәре (ҡара: Байым Ҡыҙраев, Дауыт Йәналин, Исмәғил Тасимов, Надир Ураҙмәтов, Туҡтамыш Ишбулатов, Шығанай Борсаҡов, Юлдаш Ҡотлин) булып китә. Улар ҡарамағында бик күп мәғдән ятҡылыҡтары булып, үҙ компанияларын ойошторалар, урындағы халыҡтан (1773 й. Пермь провинцияһының Ғәйнә улусында360‑ҡа яҡын башҡорт М.б.һ.м.э. иҫәпләнә) эшкә кешеләр яллайҙар. Хөкүмәттең 1719 й. һәм 1739 й. указдары, М.б.һ.м.э. матди дәртләндереү, төрлө өҫтөнлөктәр биреү (яһаҡ түләүҙән, нығытмалы сик һыҙыҡтарында хеҙмәт итеүҙән һ.б. йөкләмәләрҙән азат итеү) һөҙөмтәһендә мәғдән эҙләү эшенә ҡыҙыҡһыныу арта. 1721 й. батыр Сыбар Балағошов (Себер даруғаһы Һалйот улусы башҡорто) Өфөгә Чусовая й. (Кама й. ҡушылдығы) үрге ағымында табылған мәғдән өлгөһө (унда көмөш һәм баҡыр була) алып килә; Себер даруғаһының Ҡара-Табын улусы биләмәләрендә алтын ятҡылыҡтары барлығы асыҡлана (ҡара: Мейәс алтын приискылары). 1724 й. Килсур Кинйәғолов (Һалйот улусы) Ялан й. буйында — баҡыр (ҡара: Ялан заводы), 1734 й. Тасим Мәмәтов (Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы Ҡуян а.) Ҡуян а. янында — тимер [Ҡуян ятҡылығын эшкәртә, мәғдәнде Егошиха з‑дына ташыуҙы яйға һала; уның вариҫтары Исмәғил, Исхаҡ һәм Мөхәмәтрәхим Тасимовтар, Захар Мөхәмәтрәхимов һ.б. мәғдән сығарып, тау заводтарына ташыуҙы дауам итә], 1740 й. Нурыш Кинйәкәев (Себер даруғаһы Күскилде а.) Табын улусы биләмәләрендә — көмөш, ш. уҡ улустың Мәте й. (Тере Танып й. басс.) буйында һәм Тимербай а. эргәһендә — көнсығыш гәлсәре, Әлеш Мөҡсимов (Себер даруғаһы Ҡара-Табын улусы Мөҡсим а.) — Тирлән й. буйында гәлсәр, ш. уҡ даруғаның Әйле улусы кешеләре Аҡбалыҡ й. (Һатҡы й. ҡушылдығы) үрге ағымында, Нарыҡ й. (Уй й. ҡушылдығы) буйында — тимер, 1760 й. башҡ. старшинаһы Яҡшымбәтов м‑н Өфө сауҙагәре И.Сенеев Инйәр й. буйында нефть ятҡылыҡтары аса. 1761 й. Арлай Төмәков, Яҡуп Алсыбаев (Себер даруғаһы Терһәк улусы Ҡангилде а.), Дауыт Үтәгәнов, Ҡунай Назаров, Мәрҙәнғол Сәйетбаев (Этҡол а.), Ғүмәр Ҡаснев (Таҡталым а.), Ҡалмаҡай Уптынов (Юлғотло а.), М.Ширяев (крәҫтиән) Рәүҙе заводына 20,4 мең бот тимер мәғдәне әҙерләп алып килә. 1760 йй. Юҡыш Моҡанов Яйыҡ й. (ҡара: Урал) уң ярында тимер мәғдәне ятҡылығы аса; Ибрай Рысаев м‑н Ураҙмәт Йәрмәнов Яйыҡ й. уң ярында, Айытҡол Күсемов, Ибрай Рысаев һ.б. Аҡкүл күле тирәһендә — баҡыр, Урмансы Миңлебаев һәм Яҡшымбәт Урасов Нуғай даруғаһының Ҡумрыҡ-Табын улусы Яҡсан а. янында — асфальт, Кескенәй Ҡормантаев м‑н Ҡурабатыр Балсаров Өпәле й. (Өфө й. ҡушылдығы) үҙәнендә алтын ятҡылыҡтары таба. 1763 й. Һалйот улусы сотнигы Сәлей Боҫҡоновтың юллауы б‑са 20 башҡорт Ишем, Тубыл (Иртыш й. ҡушылдыҡтары), Уй йй. аръяғында мәғдән эҙләүгә рөхсәт ала. 18 б. аҙ. Мәсәғүт Малаев (Нуғай даруғаһының Тамъян улусы Мәсәғүт а.) — Бағарашты й. (Әүжән й. ҡушылдығы), Суҡай Көшөмбәтов (ш. уҡ улустың Әтекәй а.) Ҡыҙылбалыҡкүл күле буйында тимер ятҡылыҡтары таба. 

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019