Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАУ ЭШЕ

Просмотров: 1261

ТАУ ЭШЕ, 1) ер аҫтын үҙләштереү б‑са кеше эшмәкәрлеге өлкәһе. Ер ҡабығына техноген йоғонтоноң бөтә төрҙәрен үҙ эсенә ала. Боронғо дәүерҙә барлыҡҡа килгән. Башҡортостан терр‑яһында энеолитта халыҡ балсыҡ, ҡом, йәшмә, кремний, эзбизташ, мәрмәр, таштоҙ, гипс, тальк, слюда, гранит, һалҡын килеш эшкәртеү юлы м‑н баҡыр биҙәүестәр һәм ҡоралдар яһау өсөн саф баҡыр сығарған; Көньяҡ Уралда боронғо “чудь” рудниктарының эҙҙәренә П.С.Паллас, И.И.Лепёхин, П.И.Рычков ишара иткән. Бронза быуатында Көньяҡ Урал баҡырлы ҡомташ (боронғо металлургтарға мәғдән сеймалы) сығарыуҙың бер районы булып торған (ҡара: Баҡыр үҙәк, Ҡарғалытау‑металлургия үҙәге, Ташҡаҙған руднигы). Тимер быуатта Көньяҡ Урал ҡәбиләләре һаҙлыҡтағы тимер мәғдәненән һәм һоро тимер мәғдәненән тимер етештереүҙе үҙләштергән. Тимерҙе тупраҡ йәки балсыҡтан эшләнгән усаҡтарҙа еүеш көйө өрҙөрөү ысулы м‑н, йәғни күн күректәр ярҙамында усаҡҡа һалҡын “дымлы” һауа өрҙөрөп иреткәндәр. Филипповка ҡурғандарында һәм Шайтан ҡаласығында табылған тимер ҡылыстар, уҡ‑һаҙаҡтар, һөңгөләр, бысаҡтар, алтын һәм көмөштән эшләнгән әйберҙәр Т.э. үҫешенең, ҡара һәм затлы металдарҙан нәфис изделиелар эшләүҙең юғары кимәле т‑да һөйләй. Башҡортостан терр‑яһында Т.э. Мәғдән сығарыу эштәре приказы төҙөлөүгә бәйле хеҙмәтле кешеләр тарафынан Урал һәм Себер үҙләштерелә башлау м‑н үҫеш ала. 1719 й. Берг-коллегия ойошторола һәм Тау привилегиялары т‑да указ сыға. Ҡаҙна заводтарын төҙөү һәм төбәктә тау сәнәғәтенең барлыҡҡа килеүе В.Н.Татищев эшмәкәрлеге м‑н бәйле. Т.э. интенсив үҫеше тау эше белеме биреү ихтыяжын тыуҙыра. Мәғдән эҙләү һәм үҙләштереүҙә мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр ҡатнаша. Рудниктарҙың күбеһе башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә була. Сәнәғәттә терр‑яларҙы үҙләштереү башҡорттарҙың элекке йәшәү рәүешенең емерелеүенә һәм ихтилалдарға [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (17 18 бб.)] килтерә. Мәғдән ятҡылыҡтарын эҙләү һәм үҙләштереү шахта, быраулау эштәре м‑н тормошҡа ашырыла; горизонталь һәм вертикаль Т.э. алып барыла (ҡара: Приискылар һәм рудниктар). Тимер етештереү заводтары ҡул күректәре һәм сүкештәре булған еүеш көйө өрҙөрөү усаҡтары м‑н йыһазландырыла. 19 б. башына шына күректәр поршенле күректәр м‑н, һуңыраҡ цилиндрик һауа өрҙөргөстәр (тәүҙә — ағас, аҙаҡ — суйын) м-н алмашына. 1804 й. Йоҡ заводтарында О.Меджер Уралда беренсе пар һауа өрҙөргөсөн төҙөй. Еүеш көйө өрҙөрөү усаҡтарын алмаштырған домна мейесен һыу тәгәрмәсе хәрәкәткә килтерә; был тау заводтарын йылға үҙәндәрендә төҙөү өсөн шарт булып тора. Быуала  һыу кимәлен яйға һалыу өсөн плотинала ғәҙәттә 2 “уйым” (шыуҙырмалар м‑н ҡарағай йәки ҡарағас буралар) эшләнә. Сығарылған мәғдән үртәү ысулы м‑н байытыла (үртәүҙе кәҫ, кәүшәк тупраҡ м‑н ҡапланған 2 яруслы бүрәнәләрҙән торған түңәрәк өйөмдө яндырып башҡарғандар; янып бөткәс, өйөмдө ҡаҙғандар, күмерен көрәп сығарғандар һәм бешкән мәғдәнде айырып алғандар). Көньяҡ Уралда бер домнаның етештереүсәнлеге 1811 й. тәүлегенә уртаса 257,6 бот; 19 б. 30‑сы йй. башында тәүлегенә 373,6 бот тәшкил итә. Ҙур булмаған суйыниретеүҙә вагранкалар файҙаланыла, 1837 й. Көньяҡ Урал заводтарында 6 вагранка эшләй. 1840 й. Йүрүҙән‑Ивановка заводындасуйынды ҡоросҡа әйләндереүҙә яңы контуаз ысулы, 1860 й. Көньяҡ Урал заводтарында пудлингылау ысулы индерелә. 19 б. аҙ. алып тау тоҡомдарын ватыу өсөн механик быраулау һәм шартлағыс матдәләр ҡулланыла. 19 б. 2‑се ярт. урындағы ятҡылыҡтарҙың тимер мәғдәндәрендә эшләгән Егәҙе заводы, Лапышты заводы, Ләмәҙ заводыһ.б. тимер етештереү заводтары төҙөлә (ҡара: Ҡара металлургия). Баҡыр мәғдәндәре ваҡлау, сорттарға бүлеү, үртәү һәм йыуыу ҡоролмаларында таҙартыу ысулдарын файҙаланып байыҡтырыла. 18 б. аҙағына Көньяҡ Урал рудниктары һәм баҡыр иретеү заводтары Рәсәйҙә етештерелгән баҡырҙың 50%‑ын бирә (ҡара: Төҫлө металлургия). 20 б. башына Башҡортостан сәнәғәтенең нигеҙен тау заводтары тәшкил итә, 1914 й. рудниктары, приискылары, файҙаланыуға яраҡлы ерҙәре булған 13 тау‑металлургия пр‑тиеһы эшләй. Тау заводтарында ҡойоу формалары һәм мейес ҡоролмалары өсөн флюс сифатында эзбиз, ҡом, балсыҡ һ.б. ҡулланыла. Т.э. төп урынды аҫыл металдар сығарыу биләй; уларҙы Урта һәм Көньяҡ Урал сәнәғәтендә сығарыуҙың нигеҙе булып 1745 й. Берёзовка төп алтын ятҡылығы, 1814 й. шунда уҡ алтындың, 1819 й. саф ағалтындың һибелмә ятҡылыҡтары (Түб. Тагил тау округы) асылыуы тора (ҡара: Алтын табыу сәнәғәте). 19 б. аҙ. Белорет з‑дтарының Тамъян‑Түңгәүер руднигында, Ҡытау з‑дтарының Бөрйән руднигында һ.б. марганец мәғдәндәрен сығарыу үҫеш ала. 19—20 бб. сигендә Өфө губ. Златоуст өйәҙендәге Һатҡы ятҡылығында магнезит сығарыу башлана; магнезит утҡа сыҙамлы кирбес һәм каустик магнезия етештереүҙә ҡулланыла. Ырымбур губ. асбест сығарыу 19 б. 2‑се ярт. алып барыла (Верхнеурал өйәҙе Абҙаҡ ятҡылығы); 1907—09 йй. Ырымбур өйәҙендәге Псәнчин асбест ятҡылығында Көньяҡ Урал асбест‑сәнәғәт ширҡәтенең байыҡтырыу ф‑каһы эшләй. 19 б. аҙағынан кварцлы ҡом ятҡылыҡтары базаһында Пашковтың быяла з‑ды (ҡара: Красноусол быяла заводы), Ҡариҙел быяла з‑ды (1912) эшләй башлай. 17—18 бб. тоҙло сығанаҡтар һәм ер аҫты һыуҙарынан тоҙ сығарыу һәм уны ҡайнатыу тормошҡа ашырыла. Тәүҙә тоҙ ҡайнатыу ваҡ һөнәрселәр ҡулында бара, һуңыраҡ тоҙ ҡайнатыу заводтары төҙөлә башлай. Сығанаҡтар каптажы һәм ҡойолар ҡоролмаһы ағас торбаларҙы “өйрөлтөү” техникаһы м‑н алыштырыла (тоҙло һыуға быраулау); поршенле насостар ҡулланыла башлай (ҡара: Тоҙс ығарыу кәсептәре). Ырымбур губ. Илек ҡәлғәһе янындағы ятҡылыҡ (Соль‑Илецк ятҡылығы) үҙләштерелә; 1727 й. алып сығарыуға пошлина һалына, 1754 й. — ятҡылыҡ ҡаҙна тарафынан үҙләштерелә, 1877 й. — промыслалар Ырымбур сауҙагәрҙәр ширҡәтенә ҡуртымға бирелә. Тоҙ сығарыу 1885 й. 2,2 млн бот, 1910 й. 2,6 млн бот тәшкил итә. Химия сәнәғәте үҫешенә бәйле тау-химия сеймалын (барит, көкөрт, фосфорит, хромит һ.б.) сығарыу башлана. Шайтан заводтары эргәһендә хромит ятҡылыҡтары үҙләштерелә; хромиттар күнэшендә, туҡыу һәм лак‑буяу сәнәғәтендә, утҡа сыҙамлы материалдар етештереүҙә, 20 б. башынан металлургияла файҙаланыла. Урман ресурстарының кәмеүе арҡаһында 19 б. аҙ. — 20 б. башында тау‑металлургия пр‑тиелары (Үрге Исәт з‑дтары, Сысәрт заводтары һ.б.) торф сығарыуҙы арттыра. Һорокүмер, торф һ.б. сығарыу яғыулыҡ сәнәғәте үҫешенең нигеҙен тәшкил итә. Башҡорттарға элекке замандан нефть сығанаҡтары билдәле булған, уны йыйып, дарыу һәм тәгәрмәс майы итеп ҡулланғандар (ҡара: Быраулау). 1929 й. “Уралнефть” дәүләт тресы, уның Стәрлетамаҡ разведка быраулауы контораһы ойошторола. Ишембай нефть ятҡылығын асыу нефть сығарыу сәнәғәте үҫешенең нигеҙе булып тора. БР‑ҙа Т.э. үҫеше күмер сәнәғәте пр‑тиелары — “Башкируголь” ПБ, “Южуралнедра” ЯСЙ; төҫлө металлургия — “Учалы тау‑байыҡтырыу комбинаты”, “Башҡортостан баҡыр‑көкөрт комбинаты”, “Хәйбулла тау компанияһы”, “Башҡортостан шахта ҡаҙыу идаралығы” ААЙ‑лары, “Бүребай тау‑байыҡтырыу комбинаты” ЯАЙ, “Башҡорт баҡыры” ЯСЙ һ.б.; ҡара металлургия — “Белорет металлургия комбинаты”, “Белсталь”, «“Соран” тау компанияһы» ААЙ‑лары, “Туҡан руднигы”, «“Восток” тау‑мәғдән компанияһы», «“Хром” тау‑ҡаҙылма компанияһы» ЯСЙ‑лары һ.б.; төҙөлөш материалдары сәнәғәте— “Башкиравтодор” ДУП‑ы, “Урал таштары”, “Камни Урала” ААЙ‑лары һ.б.; алтын табыу — “Башҡортостан алтын табыу компанияһы” ғилми‑производство фирмаһы ЯАЙ, “Флория” ЯСЙ һ.б.; химия сәнәғәте өсөн эзбизташ һәм таш тоҙ сығарыу — “Сода” ААЙ; эзбизгә үртәү, металлургия, шәкәр сәнәғәте өсөн эзбизташ сығарыу пр‑тиелары (Башҡ‑н баҡыр‑көкөрт комб‑ты, Учалы тау‑байыҡтырыу комб‑ты) һ.б. эшмәкәрлеге м‑н бәйле. Минераль сеймал табыу һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән пр‑тиелар респ. сығарылған тауар продукцияһы дөйөм күләменең яҡынса 70%‑ын тәшкил итә. 2) Фән һәм техниканың ер аҫтынан файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу (табыу) һәм уларҙы алдан эшкәртеү (байыҡтырыу) тармағы. Тау фәндәренә маркшейдер эше һәм ер аҫты геометрияһы, юғары геодезия; тау машиналарын һәм комплекстарын иҫәпләү, төҙөү, етештереү һәм файҙаланыу; тау эштәрен электрлаштырыу һәм автоматлаштырыу; тау механикаһы һ.б. инә. Башҡортостанда Т.э. үҫешенә 1768—74 йй. Академик экспедициялар, В.И.Геннин, И.Ф.Герман, Татищев һ.б. эшмәкәрлеге ҙур йоғонто яһай. Рәсәй фән академияһы ағзалары, билдәле ғалимдар А.Д.Архангельский, Н.П.Барбот де Марни, Г.П.Гельмерсен, Р.Мурчисон, А.А.Штукенберг, Г.Е. Щуровский, 20 б. башында А.Н.Заварицкий, А.П.Карпинский, А.Е.Ферсман һ.б. Көньяҡ Уралда комплекслы тикшеренеүҙәр үткәрә. 20 б. 20—30‑сы йй. Т.э. үҫешендә Башҡортостан комплекслы экспедицияһы эшмәкәрлеге ҙур роль уйнай. Нефть техник университетында нефть‑газ һәм газ конденсаты ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм эксплуатациялау (Ю.В.Антипин, В.В.Девликамов, В.И.Мархасин, А.И.Пономарёв, Г.Н.Суханов, М.А.Токарев, З.Ә.Хәбибуллин), тау, ғәмәли һәм нефть промыслаһы механикаһы (М.С.Ғәбдрәхимов, Х.Ғ.Дәүләтшин, В.К.Загорский, С.Ғ.Зөбәйеров, Е.И. Ишемғужин, М.Ғ.Миңлеғәзимов, Б.З.Солтанов), скважиналарҙы быраулау һәм тамамлау технологиялары (Л.А.Алексеев, В.Ф.Ғәлиәкбәров, М.Р.Мәүлитов, А.И.Спивак, А.Н.Попов) өлкәһендә тикшеренеүҙәр, “БашНИПИнефттә” ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеге (Р.Х.Алмаев, Э.М.Юлбарисов), нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү (И.И.Абыҙбаев, М.М.Саттаров, Э.М.Хәлимов) һ.б. б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла.

Әҙәб.: Геологическая служба и горное дело Башкортостана на рубеже веков: материалы Респ. науч.‑практ. конф. Уфа, 2000.

Р.Ә.Хәмитов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: