Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫБЫҠ БӨЖӘК

Просмотров: 1358

СЫБЫҠ БӨЖӘК (Sceptrophasma bituberculatum), сыбыҡ бөжәктәр отрядының лонходидтар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяҡ‑көнсығышында, Кавказда, Ҡаҙағстанда, Урта Азияла таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 5,2—6,5 см (инә бөжәктәр эрерәк), ҡуйы һоро төҫтә, оҙонса, нескә. Башы бәләкәй, ҡыҫҡа мыйыҡтары бар. Ҡанаттары юҡ. Ауыҙ аппараты кимереүсе. Аяҡтары оҙон, 5 быуынтыҡлы; ҡурҡыныс тыуғанда алғы аяҡтарын алға һуҙа һәм ботаҡ остарына оҡшатып бөкләй. Йомортҡаларын үҫемлектәргә һала. Үҫеше тулы булмаған әүерелешле: балағорттары ҡуйы һоро төҫтә, 6 тапҡыр ҡау һала. Республика шарттарында бер йыл эсендә 1 быуын үҫә. Төндә һәм көндөҙ әүҙем. Оло бөжәктәр һәм балағорттар үҫемлектәрҙең йәш үренделәре һәм япраҡтары менән туҡлана. Үҫемлектәрҙә тереклек итә. БР‑ҙа 1972 й. (Шишмә районы Санаторий күлендә) осраған. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.12.2022