Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАРАЗИТТАР

Просмотров: 1365

ПАРАЗИТТАР (гр. parásitos — әрәмтамаҡ), икенсе төрҙәр иҫәбенә йәшәгән организмдар. П. облигат, йәки мотлаҡ (вирустар, переноспоралылар, таҫма ҡорттар, тут бәшмәктәре һ.б.), һәм факультатив, йәки мотлаҡ булмаған (күп һанлы бактериялар, дейтеромицеттар һ.б.), ваҡытлыларға, хужаға туҡланыу өсөн һөжүм итеүсе (күгәүендәр, ҡандалалар, серәкәйҙәр һ.б.), хужала тормошоноң күп өлөшөн үткәргән һәм тән өҫтөндә (эктопаразиттар — бөрсәләр, талпандар һ.б.) йәки эске ҡыуышлыҡтарҙа, туҡымаларҙа һәм күҙәнәктәрҙә (эндопаразиттар — бөгәлсәндәрҙең ҡарышлауыҡтары, яҫы ҡорттар һ.б.) туҡланған стационарлыларға бүленәләр. Стационар П. йәшәү циклында ирекле йәшәү стадиялары һаҡланып килгән периодик (анкилостомидалар, арыш атаһы һ.б.) һәм хужаның организмында үҫешеүе даими (вирустар, таҫма ҡорттар, нематодалар, күп һанлы бактериялар һ.б.) булыуы мөмкин. П. хужалары булып актиномицеттар, бактериялар, бәшмәктәр, хайуандар һәм үҫемлектәр тороуы мөмкин. П. күпселек төрҙәре (имгес бесәй селәүсене, тапма плазмодийы һ.б.) күп хужаларҙы зарарлай ала, икенселәре (аскаридтар, кеше бете һ.б.) бер йәки бернисә яҡын төрҙәрҙә паразит булып йәшәй. Зоо‑ (иң ябайҙар, гельминттар, үрмәксе һымаҡтар, бөжәктәр һ.б.), мико‑ (бәшмәктәр) һәм фитопаразиттар (ҡайһы бер ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр һ.б.) айырып йөрөтөлә. П. хайуандарҙың (энә ти‑ релеләрҙән, иңбашаяҡлыларҙан, күпселек хордалыларҙан башҡа) һәм үҫемлектәрҙең (мүк һымаҡтар, абаға һымаҡтарҙан башҡа) төрлө систематик төркөмдәренә инә. Паразит сәскәле үҫемлектәр араһынан хужаларҙан башлыса һыу һәм минераль матдәләр алған ярымпаразиттарҙы (тилсә уты, ҡарһаҡ, шылтырауыҡ һ.б.) айыралар. П. эволюция процесында ирекле йәшәгән формаларҙан килеп сыға. П. билдәле бер тормош шарттарына яраҡлашыуы уларҙың ойошторолошоноң ябайлашыуына, беркетелеү өсөн махсус ағзаларҙың (ырғаҡтар, һурғыстар һ.б.), кислородһыҙ һ.б. мөхиттә тереклек итергә мөмкинлек биргән аноксибиотик һулыш алыуҙың үҫешенә булышлыҡ итә. П.‑үҫемлектәрҙең һабаҡтары (етен ҡылйебәге, ҡанүлән ҡылйебәге һ.б.), япраҡтары (шомбоя төрҙәре) редукцияға бирелә һәмеп рәүешлегә әйләнә; паразит хайуандарҙың нервы системаһы ябайлаша, тын алыу, аш һеңдереү, ҡан әйләнеше ағзалары эштән сыға, үрсеү ағзалары үҫешә (мәҫ., яҫы ҡорттар). Тәбиғи экосистемаларҙа П. үҙ хужаларының популяция һанын көйләй, был бигерәк тә эре төрҙәр өсөн мөһим (бүре, йәйен, һоро айыу һ.б.), агроэкосистемаларҙа — игенкультураларының, йәшелсә культураларының һ.б. уңдырышлылығын, интенсив инвазия осрағында — һыйырҙарҙың һауымын һәм йәш малдың артымын кәметә, ҡайһы берҙә мал һәләк була. Үҫемлектәрҙе һаҡлау өсөн сәсеү әйләнешен, үҫемлектәрҙе биотехник һаҡлау ысулдарын һәм П. профилактикалауҙың, көрәштең башҡа сараларын ҡулланалар. Ветеринарияла һәм үҫемлекселектә биологик препараттар киң ҡулланыла. Бейек бетүлән һәм Эдер бетүлән ярымпаразит үҫемлектәре БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019