Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕЛЯДЬ

Просмотров: 821

ПЕЛЯДЬ (Coregonus peled), һөмбаш һымаҡтар отрядының алабалыҡтар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Төньяҡ Евразияның сөсө һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Кәүҙәһе бейек, ян‑яғы бер аҙ ҡыҫылған, оҙонлоғо 40—55 см, ауырлығы яҡынса 2,5—3 кг. Арҡаһы, башы, йөҙгөстәре ҡара төҫтә, ян‑яғы һәм ҡорһағы асыҡ төҫтә, арҡа йөҙгөсөндә ваҡ ҡара нөктәләр бар. Май йөҙгөсө бар. Ауыҙы сикле, өҫкө яңағы бер аҙ алға сығып тора. Енси яҡтан 1—2 йылда өлгөрә. Окт.—ғин. ыуылдырыҡ сәсә. Үрсеме — 20—50 меңгә тиклем ыуылдырыҡ. Зоопланктон, бөжәктәрҙең ҡарышлауығы, балыҡтарҙың селбәрәһе, моллюскылар м‑н туҡлана. Урал аръяғы (Баймаҡ, Учалы, Әбйәлил р‑ндары) күлдәрендә яһалма рәүештә үрсетелә. Ҡиммәтле кәсеп балығы.

И.П.Дьяченко

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: