Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛАБАЛЫҠТАР

Просмотров: 764

АЛАБАЛЫҠТАР (Coregonidae), һөмбаш һымаҡтар отрядына ҡараған балыҡтар ғаиләһе. Яҡынса 11 төрө билдәле. Төньяҡ Боҙло океан, Атлантик һәм Тымыҡ океандарҙың төньяҡ өлөшө басс. йәшәй. Башҡортостанда 3 төрө климатҡа яраҡлаштырылған: күл сабағы, пелядь, ябай алабалыҡ. Кәүҙәһе ҡабырғаларынан ҡыҫылған, эре тәңкә м‑н ҡапланған, оҙонлоғо 40—55 см, ауырлығы 1—3 кг (күл сабағының ваҡ формаһы ярашлы рәүештә 20—26 см һәм 25—50 г, эреһе 35 см тиклем һәм яҡынса 500 г). Төҫө көмөштәй аҡ, арҡаһы тоноғораҡ. Ауыҙы бәләкәй, өҫкө (алабалыҡта — аҫҡы); яңаҡтары тешһеҙ, уларҙың береһе һиҙелерлек алға һәм өҫкә сығып тора. Ҡойроҡ ҡанаты тәрән уйымлы. Енси яҡтан 1 йылда йәки һуңыраҡ өлгөрә, алабалыҡ — 4—8 йылда. Көҙ һәм ҡыш айҙарында ыуылдырыҡ сәсә, ыуылдырығы ваҡ, һары төҫтә, ҡырсынташлы-ҡомло ергә һала. Үрсемлелеге — 20—50 мең ыуылдырыҡ, селбәрәләр яҙын, боҙ ирер алдынан сыға. Ғүмер оҙонлоғо — 7—10 йыл. Зоопланктон, бөжәк балағорттары, моллюскылар, һыу бөрсәләре, балыҡ селбәрәләре м‑н туҡлана. БР‑ҙа Башҡортостандың Урал аръяғы күлдәрендә осрай, РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән күл сабағы Асылыкүл һәм Ҡандракүлдә климатҡа яраҡлаштырылған.

И.П.Дьяченко

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: