Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕРЕНСЕЛ ҠЫУЫШЛЫ СЕЛӘҮСЕНДӘР

Просмотров: 1026

БЕРЕНСЕЛ ҠЫУЫШЛЫ СЕЛӘҮСЕНДӘР, йомро селәүсендәр, нематгельминттар (Nemathelminthes), ябай төҙөлөшлө селәүсендәр тибы. 6—7 класы, 100 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда бер нисә йөҙ төрө бар. Оҙонлоғо миллиметрҙан бер нисә см тиклем, тәне быуынтыҡһыҙ, йомро, кутикула м‑н ҡапланған. Мускулдары буй, ваҡ төрҙәрендә айырым шәлкемдәрҙән тора. Тән көбө һәм эске ағзалар араһында беренсел ҡыуышлыҡ бар. Аш һеңдереү системаһы алғы, урта һәм артҡы бүлектәрҙән тора, эсәктәре туранан‑тура, ауыҙы кәүҙәһенең алғы өлөшөндә, ҡорһаҡ яғында урынлашҡан, йотҡолоҡ киңлеге өс ҡырлы. Ҡан һәм тын алыу системалары юҡ. Бүлеп сығарыу системаһы протонефридияларҙан ғибәрәт, нематодаларҙа — тире биҙҙәренән. Күпселек төрҙәрҙең нервы системаһы йотҡолоҡ яны дүңгәләгенән, арҡа һәм ҡорһаҡ көпшәләренән тора. Айырым енесле (һирәк гермафродит), ата селәүсендә бәйләнешеү спикулалары бар. Енси юл м‑н үрсей. Үҫеше тура, һирәгерәк метаморфоз м‑н. БР‑ҙа таралған ирекле тереклек итеүсе Б.ҡ.с. һыуҙа, тупраҡта йәшәй; күп күҙәнәкле хайуан һәм күпселек үҫемлек паразиттары. Экосистемаларҙың мөһим компоненты, тупраҡ барлыҡҡа килтереү процесында ҡатнаша. Паразит Б.ҡ.с. үҙҙәре зарарлаған төрҙәрҙең һанын көйләй, фитонематодалар а.х. культураларының уңышын кәметә, кешелә һәм хайуандарҙа паразитар ауырыуҙар тыуҙыра.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: