Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕМАТОДАЛАР

Просмотров: 1205

НЕМАТОДАЛАР, й о м р о с е л ә ү с е н д ә р (Nematoda), беренсел ҡыуышлы селәүсендәр класы. 10 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Үҫемлек һәм хайуандарҙың паразиттары (аскаридалар, ҡамсығорттар, ҡыл селәүсендәр һ.б.), ҡайһы берҙәре тупраҡта, һыу ятҡылыҡтары төбөндә йәшәй. БР‑ҙа 350‑нән ашыу төрө асыҡланған. Кәүҙәһе оҙонса, сегменттарға бүленмәгән, орсоҡ йәки еп рәүешле, арҡыры киҫелешендә йомро; ҡаты кутикула м‑н ҡапланған, уның аҫтында гиподерма урынлашҡан. Ирекле йәшәүсе Н. ваҡ (оҙонлоғо 0,08—50 мм), паразит Н. ғәҙәттә ҙур түгел, ҡайһы берҙә 1 м (инә Dioctophyme renale), 8,4 м (Placentonema gigantica) тиклем етә. Аш һеңдереү юлы тура көпшә һымаҡ. Һулыш алыу һәм ҡан тамырҙары системалары юҡ. Бүлеп сығарыу ағзаһы — экскретор каналдар м‑н бәйләнгән муйын биҙе. Айырым енесле. Йомортҡа һала, һирәгерәк тере бала тыуҙыра. Ҡайһы бер Н. төрҙәренең үҫеше өсөн ваҡытлы эйәләр булыуы мотлаҡ. Ирекле йәшәүсе Н. бактериялар, ылымыҡтар, детрит м‑н туҡлана, тупраҡта һәм һыу ятҡылыҡтары грунтында органик матдәләрҙе деструкциялауҙа ҡатнаша. Паразиттары кеше (аскаридоз, трихинеллёз, энтеробиоз һ.б.), хайуан (амидостомоз, гемонхоз, телязиоз һ.б.), үҫемлек (ҡыяҡлылар, картуф, һуғандың һабаҡ нематодаһы, сөгөлдөр нематодаһы һ.б.) ауырыуҙарын тыуҙыра.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019