Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕРЛИТ

Просмотров: 909

ПЕРЛИТ (фр. perlite), бер аҙ ынйы һымаҡ ялтырауыҡ йөҙлө күп һанлы концентрик структуралы бөртөксәләр булыу сәбәпле концентрик‑ҡабыҡлы (перлит) айырымлылыҡ хас булған әсе составлы вулкан быялаһы. П. составына 1%‑тан ашыу конституцион (ҡатнашмалы) һыу, кварц һәм ялан шпаты кристалдарынан торған бөрсөктәр һәм микролиттар инә. Текстураһы массивтан күҙәнәклегә тиклем. Төҫө һоро, тоноҡ һары, зәңгәрһыу‑һоро, һирәк осраҡта ҡара. Тығыҙлығы 2300—2390 кг/м3. П. вулкан быялаһы гидратацияланғанда барлыҡҡа килә, йәш вулканизм үҫешкән райондарҙа таралған. Яҡынса 1000°С т‑рала тығыҙлығы 100—500 кг/м3 булған ҡабарынҡы П. алына, йылылыҡ үткәрмәй торған бетондарҙың һәм штукатурлау иҙмәһенең еңел ҡатышмаһы булараҡ ҡулланыла. Тәбиғи күҙәнәк‑ ле П. конструктив бетондарҙың ҡатышмаһы булараҡ, быяла һәм абразивтар етештереүҙә файҙаланыла.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: