Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПИРИТ

Просмотров: 1123


ПИРИТ (гр. pyrites), к ө к ө р т   к о л ч е д а н ы, т и м е р   к о л ч е д а н ы, сульфидтар класы минералы, FeS2. Составына баҡыр, кобальт, никель һ.б. ҡушылмалар инә. Кристалдары куб (йыш ҡына ҡырҙарында штрихтар була), пентагондодекаэдр, һирәк осраҡта октаэдр формаһында, бергә уҡмашҡан һәм шытып сыҡҡан игеҙәктәр. Яҡты еҙһары төҫтә, һарғылт көрән һәм сыбар төҫмөрө бар, металл кеүек ялтыр. Ҡатылығы 6— 6,5, тығыҙлығы 4900—5200 кг/м3, йәбешкәклеге камил түгел. Тау тоҡомдарында бөрсөктәр, ваҡ юлаҡтар, конкрециялар, халькопирит, сфалерит һ.б. сульфидтар мн бергә тотош бөртөклө агрегаттар рәүешендә осрай. Магматик, ултырма, гидротермаль һ.б. процестарҙа; сәнәғәт ятҡылыҡтары, ғәҙәттә, вулканултырма процеста барлыҡҡа килә. Баҡыр колчеданы мәғдәндәренең төп минералдарының береһе. Көкөрт кислотаһы етештереүөсөн ҡулланыла, көкөрт ктаһын яндырғандан һуңҡалған көйҙөрмә — металлургия сеймалы. Эшкәртеүҙә ш. уҡ баҡыр, цинк, алтын, селен, кобальт һ.б. ҡушылмалар алына. БРҙа П. мәғдәндәренеңҙур запасы Башҡортостандың Урал аръяғындағы баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарында тупланған. П. — сульфид һәм сульфидкварц тибындағы алтын мәғдәне ятҡылыҡтарының (Муртыҡты, Миндәк һ.б.), Магнитогорск мегасинклинорийының палеозой эффузивтарындағы һәм Башҡорт мегантиклинорийының рифей ултырма ҡатламдарындағы һынған зоналарҙың төп мәғдән минералы.

Е.В.Попов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.05.2023