Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПИРОКСЕНДАР

Просмотров: 994

ПИРОКСЕНДАР (гр. pýr — ут һәм xénos — сит), сылбырлы структуралы метасиликаттар класы минералдары. Дөйөм формулаһы W(X,Y)1+ +p(Z2O6), бында W — Ca, Na; X — Mg, Fe2+, Mn, Li, Ni; Y — Al, Fe3+, Cr, Ti; Z — Si, Al. Төрҙәре: тимерҙең күләме 0—12%‑тан 88—100%‑ҡа тиклем үҙгәреү м‑н өҙлөкһөҙ энстатит—ферросилит изоморф серияһының ортопироксендары (ромб), эзбизле (диопсид—геденбергит, авгит, пижонит һ.б.) һәм һелтеле (эгирин, жадеит һәм сподумен) клинопироксендар (моноклинлы). Кристалдары призма, бағана формаһында, энәле. Төҫө асыҡ йәшелдән йәшкелт ҡараға тиклем. Ҡатылығы 5—6, тығыҙлығы 3000—3500 кг/м3, йәбешкәклеге камил. Ромб формаһындағы П. ультраһелтеле һәм һелтеле, һирәгерәк — урта һәм әсе магматик тау тоҡомдары, юғары дәрәжәләге төбәк метаморфизмы ҡатламдары составына, моноклинлы П. ш. уҡ төрлө метасоматик тоҡомдар составына инә. П. — ай базальттары компоненты. Халыҡ хужалығында сподумен (литийҙың төп минералы) ҡулланыла; үтә күренмәле сподумен, жадеит һәм хром‑диопсид — зәргәр һәм биҙәү таштары. БР‑ҙа П. — Башҡорт мегантиклинорийының һәм Магнитогорск мегасинклинорийының һелтеле һәм ультраһелтеле магматик, ҡайһы бер метасоматик тоҡомдарының, платформа ҡапламаһындағы интрузияларҙың һәм уларҙың контактлы роговиктарының тау тоҡомдары барлыҡҡа килтереүсе төп минералдары.

И.А.Хәйретдинов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019