Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПИРОТЕХНИК СОСТАВТАР

Просмотров: 995

ПИРОТЕХНИК СОСТАВТАР, яныуы яҡтылыҡ, йылылыҡ, тауыш, төтөн, реактив пиротехник эффекттар м‑н оҙатылған матдәләр ҡатышмаһы. Яғыулыҡтан (юғары т‑ралыларҙа — башлыса магний, алюмин, уларҙың иретмәләре; төтөн сығара торғандарында — кәрәсин, бензин, мазут, крахмал, ағас оно, металл вағы һ.б.), окисландырыусынан (нитраттар, хлораттар, һелтеле, һелтеле‑ер металдарҙың перхлораттары; термиттарҙа — тимер, марганец оксидтары; төтөн сығара торғандарында — бертолет тоҙо), төрлө өҫтәмәләрҙән (кәрәкле механик үҙенсәлектәр бирә торған бәйләүестәр, әҙерләү һәм һаҡлау хәүефһеҙлеге өсөн флегматизаторҙар һәм стабилизаторҙар, сигнал П.с. өсөн тоҙҙар һәм органик буяуҙар һ.б.) тора. Күп кенә П.с. окисландырыусының кислороды тәьҫир иткәндә яғыулыҡ өлөшләтә, һауа кислороды тәьҫирендә тулыһынса яна. Һаҡлауға химик, физик тотороҡло, йылыға, механик йоғонтоға бик һиҙгер түгел, шартлау үҙенсәлектәре минималь, тығыҙлығы юғары, аҙ һанлы компоненттар ҡулланғанда ла макс. специфик эффект бирә. Пиротехник эффектлы компо‑ ненттарҙың әҙерләү дәрәжәһенә, габаритына, изделиеның төҙөлөшөнә бәйле. П.с. яныу йылылығы (окисландырыусылар м‑н) 1,2—8,4 МДж/г, пресланғандар өсөн баҫым 0,1 МПа булғанда яныу тиҙлеге 400—3500°C һ .м 0,5—0 мм/с. Пиротехник изделиеларҙы тоҡандырыу өсөн махсус тоҡандырғыс составтар, төтөнлө дары, ут үткәргес шнур, стопин ҡулланыла. Хәрби (һуғыш кәрәк‑яраҡтарының махсус төрҙәрен әҙерләү өсөн, ҡоралдан атыу тауышын имитациялау өсөн яҡтыртыусы, фотоҡатышмалар, яҡтыртып осоусы, сигнал биреүсе, тоҡандырыусы, төтөнлө) һәм өйрәнеү маҡсатында, сәнәғәттә (цезий плазмаһы, лазер эшләү, шырпы етештереүҙә, ҡайһы берҙә кислород, водород һ.б. алыуҙа, термиттар рельстар, торбалар, электр сымдарын иретеп йәбештереүҙә, иретмәләр етештереүҙә файҙаланыла), а.х. (үҫемлектәрҙе, башлыса цитрустарҙы, төтәҫләү; йәшелсә һаҡлағыстарҙы дезинфекциялау һ.б.), транспорттың төрлө төрҙәрендә (сигнал); ш. уҡ. кино төшөрөүҙә, атмосфераның юғары ҡатламдарын тикшереүҙә, фейерверктар, борсаҡ ҡатыш ямғырға ҡаршы составтар әҙер‑ ләүҙә ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 90‑сы йй. башында “Авангард” пр‑тиеһында фейерверк өсөн төҫлө утлы П.с. 6 төрө уйлап табыла, уларҙы етештереү үҙләштерелә.

В.В.Рудаков

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: