Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘҮЛЕК

Просмотров: 871

ТӘҮЛЕК, уртаса ҡояш тәүлеге 24 сәғ. тигеҙ булған ваҡыт үлсәү берәмеге; календарҙың төп берәмеге. Ерҙең үҙ күсәре тирәләй Ҡояшҡа ҡарата әйләнешенең уртаса ваҡыт оҙонлоғо итеп билдәләнә. Т. башы тип төн уртаһы иҫәпләнә. Экваторҙа көндөң һәм төндөң оҙонлоғо йыл әйләнәһенә 12 сәғ. тәшкил итә, башҡа киңлектәрҙә үҙгәрә һәм йылына 2 тапҡыр — яҙғы һәм көҙгө көн м‑н төндөң тигеҙлеге көндәрендә (яҡынса 22 март һәм 22 сент.) бер тигеҙ була. Яҙғы һәм көҙгө Ҡояш торошо мәлендә (яҡынса 22 июнь һәм 22 дек.) Ерҙең төньяҡ ярымшарында көндөң һәм төндөң оҙонлоғо ярашлы рәүештә иң ҙур һәм иң ҡыҫҡа була. Бер геогр. киңлектә урынлашҡан терр‑яларҙа көндөң оҙонлоғо бер тигеҙ була һәм Ҡояштың ҡалҡыу һәм байыу ваҡыты (пояс ваҡыты) геогр. оҙонлоҡҡа бәйле рәүештә төрлөсә була. Башҡортостанда ҡыш мәлендә респ. төньяҡ өлөшөндә төн ҡыҫҡараҡ (оҙонлоғо 6 сәғ. 56 мин) һәм көньяҡ өлөшөндә оҙонораҡ (7 сәғ. 37 мин), йәйге ваҡытта — көньяҡ өлөшөндә ҡыҫҡараҡ (16 сәғ. 52 мин) һәм төньяҡ өлөшөндә оҙонораҡ (17 сәғ. 49 мин; ҡара: табл.). Көҙгө һәм яҙғы көн м‑н төндөң тигеҙлеге мәлендә респ. бөтә райондарында Ҡояштың ҡалҡыу һәм байыу ваҡыты айырыла.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Табл.

Башҡортостан ҡалаларында көн оҙонлоғо, сәғ. мин

Ҡала

Йәйге Ҡояш торошо осоро

Ҡышҡы Ҡояш торошо осоро

 

ҡалҡыу

байыу

көн оҙонлоғо

ҡалҡыу

байыу

көн оҙонлоғо

Өфө

5.39

22.57

17.18

9.38

16.51

7.13

Баймаҡ

5.43

22.34

16.51

9.16

16.54

7.38

Белорет

5.34

22.42

17.08

9.23

16.46

7.23

Күмертау

5.53

22.45

16.52

9.27

17.04

7.37

Нефтекама

5.19

22.58

17.49

9.37

16.33

6.56

Стәрлетамаҡ

5.46

22.50

17.04

9.31

16.58

7.27

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: