Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАЛЕНДАРЬ

Просмотров: 1169

КАЛЕНДАРЬ (лат. calendae — айҙың тәүге көнөнөң исеме), ваҡытлы астрономик күренештәргә (Ер әйләнеүе, Айҙың Ер һәм Ерҙең Ҡояш тирәләй хәрәкәт итеүе һ.б.) нигеҙләнгән ваҡыт аралығы оҙайлығын иҫәпләү системаһы. Көн м‑н төндөң алмашыныу осоро — тәүлек, Ай фазаларының алмашыныу осоро — синодик ай, Ҡояштың күк йөҙөндә йыл әйләнәһенә күҙгә күренеп күсеү осоро ҡояш (тропик) йылы тип аталған ваҡыт берәмектәрен билдәләй. К. йылы бөтөн тәүлек һанынан торорға тейеш, ш. уҡ ваҡытта күрһәтелгән ваҡыт аралығын билдәләгән астрономик күренештәр уларҙың кәсер һанынан тора: тропик йыл — 365,2422, синодик ай — 29,5306 тәүлек. Төрлө дәүерҙә К. йылының оҙайлығын синодик ай һәм тропик йыл м‑н яраҡлаштырырға ынтылыу сәбәпле, күп төрлө К. төҙөлә, уларҙы төп өс типҡа бүлергә мөмкин: ҡояш, ай һәм ай-ҡояш К. Ҡояш К. нигеҙендә тропик йыл, ай К. — синодик ай оҙонлоғо ята, ай-ҡояш К. ошо ике осорға нигеҙләнгән. Ҡояш К. киң таралғаны — григориан К. (яңы стиль), унан алда булғаны — б.э.т. 45 й. Рим императоры Юлий Цезарь тарафынан индерелгән юлиан К. (иҫке стиль). Юлиан К. б‑са йыл 365 (ғәҙәти йыл) йәки 366 (кәбисә йылы — һәр дүртенсе йыл) көнгә; 28—31 көндән торған 12 айға; һәр береһе 7 көндән торған аҙналарға бүленә. 16 б. ҡарай астрономик күренештәр һәм К. даталары араһында ҙур күсеш барлыҡҡа килә. Был — юлиан К. уртаса йыл оҙонлоғоноң 4 йыл эсендә 365,25 тәүлек, тропик йылдан 11 мин 14 с оҙонораҡ булыу һөҙөмтәһе. Ошо етешһеҙлек 1582 й. Рим Папаһы Григорий XIII тарафынан индерелгән, һуңыраҡ григориан исемен алған К. бер аҙ бөтөрөлә. Унда һәр 400 йыл эсендә 3 кәбисә йылы юҡҡа сығарыла: номерҙары ике нулгә бөткән һәм тәүге ике цифры 4‑кә ҡалдыҡһыҙ бүленмәгән йылдар кәбисә йылы тип һаналмай (мәҫ., 1700, 1800, 1900, 2100). К. йыл оҙонлоғо уртаса 365,2425 тәүлеккә тигеҙ, был тропик йылдан тик 26 с ғына артығыраҡ. Рәсәйҙә григориан К. 1918 й. 14 февр., РСФСР ХКС тарафынан “Рәсәй республикаһында Көнбайыш Европа календарын индереү тураһында декрет” ҡабул ителгәндән һуң индерелә. 20 б. уртаһынан донъялағы илдәрҙең күбеһендә григориан К. ҡулланыла. К. шулай уҡ цикллы тәбиғәт күренештәренә нигеҙләнгән боронғо грек, көнсығыш, мосолман, Мысыр, Рим респ., христиан һ.б. төрҙәре билдәле (ҡара: Халыҡ календары). Ай К. ҡайһы бер мосолман илдәрендә рәсми һанала. Башҡортостанда мосолман К. ислам динен ҡабул иткәндән башлап, 18 б. алып башлыса дини өлкәлә (ҡара: Мосолман байрамдары) ҡулланыла. Мосолман К. 12 ай. 30 йәки 29 тәүлектән торған К. айының башы ай тыуған мәлгә тура килә. Шулай итеп, мосолман К. йылы тропик йылдан 11 тәүлеккә ҡыҫҡараҡ (354 тәүлек). Һөҙөмтәлә мосолман К. б‑са ай башланыу көнө григориан К. м‑н сағыштырғанда йыл һайын күсә бара. К. ай фазалары м‑н яраҡлаштырыу өсөн йыл оҙонлоғо 2 йыл һайын 1 тәүлеккә арттырыла. 33 григориан йылына 34 мосолман К. йылы инә.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019