Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕЛЕФОН ЭЛЕМТӘҺЕ

Просмотров: 1264

ТЕЛЕФОН ЭЛЕМТӘҺЕ, тауыш мәғлүмәтен электр сигналдары ярҙамында сым буйлап йәки радиосигналдар м‑н алыҫ араға тапшырыу; электр элемтәһенең бер төрө. Халыҡ‑ара, ҡала‑ара, урындағы, ведомство эсендәге, производство эсендәге, хәрәкәт иткән объекттары булған Т.э., конференц‑элемтә (3 йәки күберәк абонент ҡоролмаһын тоташтырыу) айырыла. Һауа, кабель, радиорелелы, сүсле‑оптик элемтә линиялары буйлап башҡарыла. Коллектив ҡабул итеү- тапшырыу селтәрҙәре төҙөлә (ҡара: Кәрәҙле элемтә), алыҫ бәйләнеш өсөн Ерҙең яһалма спутниктары файҙаланыла (ҡара: Спутник элемтәһе). Т.э. селтәре АТС‑тарҙан, тапшырыу линияларынан һ.б. ҡоролмаларҙан тора. Өфө губернаһында Т.э. 19 б. аҙ. үҫеш ала. Өфөлә 1880 й. тәүге шәхси ҡулланылған телефон станциялары монтажлана, 1897 й. Т.э. хөкүмәт линияһы төҙөлә, 1918 й. 500 номерлы телефон станцияһы эшләй башлай. 1924 й. Өфө, Бәләбәй, Бөрө, Мәсәғүт һәм Стәрлетамаҡ кантондарында Т.э. ойошторола; Өфө — Бөрө, Өфө — Стәрлетамаҡ линияларында Т.э. өсөн телеграф сымдары файҙаланыла; Өфө ҡала һәм өйәҙ телефон станциялары бер сымлы системанан ике сымлыға күсерелә. 1925 й. Николо‑Берёзовка, Яңы Троицкий, Дүртөйлө аа. (бөтәһе лә — Бөрө кантоны) һ.б. тәүге һөйләшеү пункттары асыла, 5 үҙәк һәм 6 узел телефон станцияһы (583 абонент; һауа элемтә линияларының оҙонлоғо 450 км) эшләй. 1934 й. Өфөлә ҡала‑ара телефон станцияһы файҙаланыуға тапшырыла. 1937 й. телеграф‑телефон сымдарының оҙонлоғо 16 мең км ашыу тәшкил итә. 40‑сы йй. Өфө — Свердловск, Өфө — Белорет — Магнитогорск — Кәртәле магистраль Т.э. линиялары һуҙыла. 60‑сы йй. Өфө — Бөрө эксперименталь кабель магистрале (хеҙмәтләндерелмәй торған көсәйтеү пункттары булған; 600 канал эшләгән) һәм ярымүткәргестәрҙә ос ҡорамалдары м‑н тығыҙланған күп каналлы кабель линиялары төҙөлә. 1989 й. СССР‑ҙа тәүге ИКМ “Сопка‑” тығыҙлау аппаратураһы ҡуйылған Өфө—Стәрлетамаҡ ҡала‑ара сүсле‑оптик элемтә линияһы (2008 й. оптик линияларҙың оҙонлоғо 5 мең км ашыу булған), 1995 й. АХЕ‑10 тибындағы цифрлы коммутация станцияһы (көнөнә 1,5 млн тиклем тоташтырыу) файҙаланыуға тапшырыла. 2000 йй. “Башинформсвязь” ААЙ‑нда Интернет, IP‑телевидениеһы һәм Т.э. хеҙмәттәрен бер үк ваҡытта күрһәтеү өсөн ҙур тиҙлекле “һуңғы миль” технологияһы (ҡыҫҡа араға юғары тиҙлектәге күп һыҙатлы каналды тәьмин итә; ZyXEL IES ADSL- концентраторы базаһында) индерелә; пакетлы коммутация (Softswitch программа коммутаторы базаһында IP протоколын ҡулланып NGN яңы быуын телефон селтәрен төҙөү өсөн) һәм сүсле-оптик линияларҙы спектраль тығыҙлау технологияларын индереү башлана. 1992—2004 йй. “Промсвязь” з‑дында “АЦУ‑4/1”, “АЦС” телефон линияларын тығыҙлау аппаратураһы сығарыла; 2000 йй. ауыл ерендә Интернет (ш. иҫ. IP‑телефонияһы) хеҙмәтен күрһәтеү өсөн цифрлы М‑200 АТС‑тарын етештереү үҙләштерелә, станция производство эсендәге элемтә функцияларын үтәй һәм төрлө типтағы станциялар (декада-аҙымлы, электрон һәм координатлы) м‑н бергә эшләй ала. “БЭТО” ААЙ сымлы элемтә өсөн махсус (эске элемтә өсөн “ЗАБОЙ‑У” электрон АТС‑ы, “Андромеда‑М” станцияһы һ.б.) һәм дөйөм тәғәйенләнешле аппаратура етештерә. Шулай уҡ ҡара: Ҡала‑ара элемтә узелы, Телефон селтәре, Электрон коммутатор.

А.С.Яҡупова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019